29.05.2012 Донъя яңылыҡтары
Рәсәй музыканттары донъяны яулай
Бер нисә ай дауамында бөтә ил халҡының иғтибары “Евровидение – 2012” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ “Буран әбейҙәре”ндә булғайны.
Ошо көндәрҙә улар лайыҡлы сығыш яһаны – көмөш миҙал алды. Беренсе урын Швеция йырсыһына бирелһә, өсөнсө урын Сербия вәкиленә эләкте.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Бельгияла королева Елизавета исемендәге классик музыка халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Унда Санкт-Петербург ҡалаһынан 26 йәшлек скрипкасы Андрей Баранов беренсе урынға лайыҡ булды. Моцарт, Чайковский, Прокофьев әҫәрҙәрен башҡарған егет барыһын да шундуҡ әсир иткән. Рәсәй музыканттарына, афарин, тиергә ҡала.
Янартау терелә
Гватемалалағы иң ҙур Фуэго вулканы әүҙемләшкән.
Уның кратерында бер нисә шартлау булған, төтөн болото 1,5 саҡрымға тиклем күтәрелгән. Әгәр ҙә ул хәрәкәткә килһә, тирә-яҡты бер нисә саҡрымға һуҙылған утлы лава ялмап аласаҡ. Әлеге мәлдә Фуэго янындағы бер нисә ҡасабанан халыҡ эвакуациялана башлаған.
“Ғәрәп яҙы” туҡтамай
Сүриәнең Хула ҡалаһындағы атыш һөҙөмтәһендә тыныс халыҡ ҡырылған.
Бөтәһе 116 кеше үлгән, шуларҙың 38-е – балалар. Өс йөҙләгән кеше тән йәрәхәттәре алған.
Бынан һуң илдең ҡораллы оппозицияһы: “Әгәр ҙә БМО-ның Именлек Советы ашығыс рәүештә сара күрмәһә, Кофи Аннандың тыныслыҡ планын үтәүҙән туҡтаясаҡбыҙ”, − тип белдергән. Улар бындай ҡәбәхәтлектә даими армияны ғәйепләй. НАТО илдәренең халыҡ-ара күҙәтеүселәре раҫлауынса, ут артиллерия орудиеһынан булған. Әлегә был ҡанһыҙлыҡты кемдәр ҡылыуы асыҡланмаған, бер нисә вариант ҡарала. Рәсәй эксперттары белдереүенсә, был үлтереш – провокация.
Уттан ҡалмай...
Германияның Кобург ҡалаһында тарихи биналар кварталы янған.
Һөҙөмтәлә бер нисә билдәле тарихи ҡомартҡы юҡҡа сыҡҡан. Ут һүндереүҙә өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 13-ө тән йәрәхәттәре алған. Белгестәр фаразлауынса, янғын йорт башына төшкән фейерверк арҡаһында барлыҡҡа килгән.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.