29.05.2012 Финляндия яҡыная
Башҡортостанға Финляндияның Милли парламенты делегацияһы визит менән килде.
Делегация составында Финляндия Республикаһы Милли парламенты финанс комитетының бүлек рәйесе, Рәсәй менән дуҫлыҡ клубы рәйесе Йоуко Скиннари, «Европа хоккей сервисы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владислав Грищинцов, «Понссе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Вилле Сиеккинен, Йоуко Скиннариҙың шәхси ярҙамсыһы Наталья Кюльманен бар ине.
Финляндия парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай етәкселеге менән осрашты, Башҡортостан парламенты эшмәкәрлеге менән танышты. Визиттың рәсми программаһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө епархияһы етәксеһе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров менән осрашыуҙар ҡаралғайны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, һуңғы арала республика етәкселеге Финляндия вәкилдәре менән ярайһы ғына йыш осраша, сәнәғәт, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Әлегә ике төбәк араһында тауар әйләнеше әллә ни ҙур түгел – 200 миллион доллар. Был күләмдең 90 проценты Финляндияға яғыулыҡ һатыуҙан килә. Башҡортостандың Финляндия менән туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү теләге бар.