29.05.2012 Власть фирҡәһе ҙур форум үткәрҙе
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIII съезында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. 17 делегаттан тыш, уның составына партияның беренсел бүлексәләренең етәкселәре лә ингән. Дөйөм алғанда, съезда 2476 кеше ҡатнашты.
Делегаттар, съезд ҡунаҡтары, эксперттар партия эсендәге демократия, дәғүәселек һәм дискуссиялар мәсьәләләренә ҡағылышлы тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.
Съездағы төп тема фирҡә рәйесен һайлау ине. Апрелдә партия етәкселеге менән осрашыу барышында Владимир Путин инаугурациянан һуң партия рәйесе вәкәләттәренән баш тартырға теләүе хаҡында белдергәйне. Партияны Дмитрий Медведев етәкләргә ризалашты. 22 майҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе рәсми рәүештә партияға инде. Делегаттар Дмитрий Медведевты партия рәйесе итеп һайланы.
Әйткәндәй, Башҡортостан делегацияһы съезға республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә барҙы.
– «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙ эшмәкәрлегендә яңы этапҡа күсеүе, элекке механизмдарҙың эшләмәүе лә аңлашыла, эштәрҙе заманға яраҡлы үҙгәртеп ҡорорға, шул иҫәптән тактиканы һәм стратегияны үҙгәртергә кәрәк, – тине республика башлығы журналистар менән осрашҡанда. – Партия бер тауыштан Дмитрий Медведевты етәксе итеп һайланы, сөнки барыһы ла уның яңы быуын идарасылары вәкиле булыуын, системалы, етди кеше икәнен белә.
Съезда партияның Юғары һәм Генераль советтары составы раҫланды. Яңы составҡа 91 кеше инде. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та бар. Партия рәйесе Дмитрий Медведев тәҡдиме буйынса туғыҙ вакантлы урын ҡалдырылды.