25.05.2012 Урман шаулап үҫһен өсөн
Башҡортостан Хөкүмәте 2012 − 2020 йылдарға республиканың урман хужалығын үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытлы маҡсатлы программаны раҫланы.
Биш ярҙамсы программа урман хужалығын үҫтереүҙең барлыҡ мөһим йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Бында кадрҙар менән һәм фәнни-техник йәһәттән тәьмин итеү, урмандарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, урман реестры алып барыу, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү, урманды тергеҙеү, зыянлы организмдарҙан һәм башҡа кире факторҙарҙан, шулай уҡ янғындан һаҡлау кеүек мөһим эштәр инә.
Билдәләнеүенсә, программа өс этапта бойомға ашырыла. Беренсе этап 2014 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул төбәктә янғын һәм санитар хәүефһеҙлек буйынса һөҙөмтәле системалар булдырыуға, реестр алып барыуға, матди-техник базаны нығытыуға, урмандарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
2015 − 2017 йылдарға иҫәпләнгән икенсе этап урманды тәрбиәләү, унда юлдар төҙөүҙе, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү системаһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Һуңғыһы − урмандарға инвентаризация үткәреү системаһын булдырыу, Башҡортостанда берҙәм генетик-селекция комплексы формалаштырыу буйынса эшмәкәрлек.