RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше дәүләттәрҙең нигеҙен ҡаҡшата

25.05.2012 Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше дәүләттәрҙең нигеҙен ҡаҡшата

Рәсәй Президенты Владимир Путин Интерпол ҡанаты аҫтында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүсе хеҙмәткәр­ҙәрҙе әҙерләүсе халыҡ-ара уҡыу үҙәгендә булғанда, «Ҙур һигеҙ» саммитында төп темаларҙың береһе наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләһе буласаҡ, тип белдергәйне. Ошо көндәрҙә БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун БМО Генераль Ассамблеяһы сиктәрендә уҙған дебатта әлеге проблеманың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Пан Ги Мун белдереүенсә, Үҙәк Америка илдәрендә һәр илленсе ир-егет яҡынса 32 йәшендә енәйәтселек ҡорбаны була. Был, енәйәтселек кимәле уртаса булған илдәр менән сағыштырғанда, дүрт йөҙ тапҡырға күберәк. Мәҫәлән, Гватемалала йылына йөҙ мең кешегә – 39, Гондураста 86 үлтереү осрағы теркәлә. БМО мәғлүмәттәренә таянғанда, 2010 йылда Үҙәк Америкалағы 18,5 мең үлтереүҙең өстән бер өлөшө наркотиктар транзиты менән шөғөлләнеүсе енәйәтсел төркөмдәргә тура килә.
Генераль секретарь, донъяның бар илдәре берләшеп, ойошторолған трансмилли енәйәткә ҡаршы көрәшеүҙең аныҡ юлдарын билдәләргә һәм сара күрә башларға кәрәк, тине. Шул уҡ ваҡытта, Пан Ги Мун әфәнде Үҙәк Америкалағы проблема һәм донъя наркотрафигының Ер шарындағы сәйәси хәлгә кире йоғонто яһауын билдәләне. Ул Көньяҡ һәм Үҙәк Американы Европаға йүнәлтелгән кокаин трафигының глобаль “йыйыу пункты” тип атаны. Бөгөн Европала кокаин ҡулланыу кимәле Төньяҡ Америка менән тиңләшкән тиерлек. Иң ҡурҡыныс феномендарҙың береһе – Көнбайыш һәм Үҙәк Америкала наркотик трафигының яңы маршруттары барлыҡҡа килде. Был ошо төбәктең ҡаҡшауына туранан-тура юл асасаҡ һәм урындағы халыҡты тиҫтә йылдар элек яулаған демократиянан баш тартырға мәжбүр итәсәк.
Пан Ги Мундың баһаһы менән халыҡ-ара эксперттар ҙа килешә. Улар Кот-Д‘Ивуарҙағы тәртипһеҙлек, Гвинея һәм Гвинея-Бисауҙағы түңкәрелештең сәбәбен наркотиктар транзитында күрә. Наркотиктарҙан килгән ҙур аҡса ағымы хатта шундағы дәүләттәрҙең ҡаҙнаһындағы килемдән бер нисә тапҡыр артығыраҡ булып китә. Енәйәтсел төркөмдәр берләшеп, үҙенең армияһын булдыра һәм дәүләткә ҡаршы сәйәсәт алып бара.
Рәсәй өсөн дә был проблема ят түгел. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Афғанстандағы наркотиктар етештереү үҙәге масштаблы һәм агрессив төҫ ала бара. “Төньяҡ маршрут” буйынса таралған афған героины менән гашишы экстремизмдың һәм енәйәтселектең үҫеүенә матди база барлыҡҡа килтерҙе. Улар, үҙҙәренең сәйәси амбицияларын белдереп, көс ярҙамында әлеге сәйәси режимды түңкәрәсәге хаҡында туранан-тура хәбәр итә. Был 2009 йылдың көҙөндә БМО эксперттары докладында һүрәтләгән Үҙәк Азияға яҡынлашҡан “идеаль шторм”ға оҡшаш ҡурҡыныс сценарийҙың тәүге аҙымдары ул.
Рәсәй Федерацияһының Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә