RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ӨФӨ – НЕФТЬ ҺӘМ ХИМИЯ ТАРМАҒЫ ҮҘӘГЕ

18.05.2012 ӨФӨ – НЕФТЬ ҺӘМ ХИМИЯ ТАРМАҒЫ ҮҘӘГЕ

ӨФӨ – НЕФТЬ ҺӘМ ХИМИЯ ТАРМАҒЫ ҮҘӘГЕ
Баш ҡалала “Ҙур химия – 2012” халыҡ-ара форумы эшләй
Кисә Өфөлә “Ҙур химия − 2012” халыҡ-ара форумы асылды. Икенсе тапҡыр ойошторолған мөһим сарала Рәсәйҙең газ-нефть тармағындағы төп мәсьәләләр ҡарала, донъя химия баҙарының өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнә. Халыҡ-ара сара баш ҡаланың Конгресс-холында, республиканың алдынғы предприятиелары һәм университеттарында үтә.
Форум алдына ҡуйылған бурыстар көнүҙәк һәм етди. Сарала 510 белгес һәм ойошма үҙҙәренең инвестиция проекттарын тәҡдим итә. 2030 йылға тиклемге йүнәлештәрҙе билдәләгән проекттар нефть сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеүҙе үҫтереү, нефть химияһы өлкәһенә яңы асыштар индереү тураһында һөйләй. Форумда, Рәсәй ғалимдары менән бер рәттән, ҡытай, Вьетнам, Әрмәнстан, Алжир, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мавритания, Фә­ләстан, Ираҡ, Судан, Йемен, Ливия, Швейцария Конфедерацияһы һәм башҡа илдәрҙән килгән рәсми һәм эшлекле делегация вәкилдәре сығыш яһай.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2011 йылдың май айында үткән тәүге «Ҙур химия» халыҡ-ара форумының һөҙөмтәләре бар. Быйылғы сарала ҡаралған инвестиция проекттары ла химия баҙары субъекттары араһында һәр ҡатнашыусы өсөн килемле кооперация булдырыуға, тармаҡты үҫтереүгә нигеҙ булып торорға тейеш. Яңы шарттарҙа үҙебеҙҙең ил предприятиеларының эшмәкәрлеген юғары кимәлдә һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә форумда етди ҡарала.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҙур форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң былтыр тәүге тапҡыр үткән ошо мөһим сараның Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең эре нефть химияһы баҙары эшмәкәрҙәрен йәлеп итеүен билдәләне.
− Рәсәй химия сәнәғәте үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнеүе бигерәк тә актуаль, − тине республика башлығы сығышында. – Донъя баҙарында үҙ урыныбыҙҙы күрһәтеп, донъя химия державаһының тәүге унауһы исемлегенә инеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Химия һәм нефть химияһы донъя­ баҙарында махсуслаштырылған һәм монополиялаштырылған. Һуңғы йылдарҙа уның үҙәге үҫешкән илдәр яғына күсә бара. Был илдәр иҡтисадында химия һәм нефть химияһы өлөшө тиҫтәләгән процентты биләй. Хатта үҙҙәрендә углеводород һәм газ сеймалы булмаған төбәктәрҙә лә. Ә Рәсәйҙә, сеймал, һыу һәм энергия менән тәьмин итеү яҡшы кимәлдә булһа ла, химия продукцияһын етештереү күләме донъя баҙарында яҡынса ни бары ике процент тәшкил итә. Нефть һәм газдың ҙур запасы булып та − ике процент. Был хәлде нормаль тип атап булмай.
Артабан Рөстәм Хәмитов республиканың нефть химияһы тармағын үҫтереү мөмкинлектәрен анализланы:
− Иҫәпләүҙәр буйынса, 2020 йылға Башҡортостан химия комплексы иҫәбенә төбәк тулайым продуктын 250 млрд һумға тиклем үҫтерә алыр ине. Бөгөн төбәк тулайым продукты, түңәрәкләп алғанда, 1 трлн һум тәшкил итә. Йәғни химия индустрияһы, химия етештереүсәнлеге үҫеше иҫәбенән тағы ла дүрттән бер өлөштө ҡуша алыр инек. Төбәк тулайым продуктын арттырыу күҙлегенән ҡарағанда, был һөҙөмтәле һәм тиҙ вариант. Бының өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Донъяла һәм илдә билдәле булған «Өфөнефтехим», Өфө газ эшкәртеү заводы, «НОВОЙЛ», «Газпромнеф­техимСалауат», «ПОЛИЭФ», «Со­да», «Каустик», «Каучук» һәм башҡа предприятиелар беҙҙең нефть химияһы комплексын сағылдыра.
«Ҙур химия − 2012» халыҡ-ара форумына донъяның төрлө илдәренән делегациялар килде. Уларҙың бөтәһе лә Башҡортостан менән иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтергә теләүен хәбәр итә. ҡыҫҡаһы, форумға килгән ҡунаҡтар Башҡортостан менән үҙҙәренең иле араһында төҙөлөш, медицина, ауыл хужалығы өлкәләрендә лә әүҙем хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдергән.
Сара бөгөнгө көндә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге иң әһәмиәтле майҙансыҡ һанала. Нефть химияһы комплексы Волга буйы федераль округы иҡтисадында төп йүнәлештәр иҫәбенә инә. Беҙҙә ярайһы ҙур сеймал базаһы тупланғанлығын да иғтибарға алырға кәрәк.
«Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡул ҡуйылған документтарға килгәндә, Башҡортостан, Та­тарстан Республикалары һәм Ямал-Ненец Автономиялы Округы араһында «Ямал − Волга буйы» маршруты буйынса углеводород сеймалын, шул иҫәптән еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын һәм газ конденсатын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Татарстан Республи­ка­лары Президенты Рөстәм Миң­леханов, Ямал-Ненец Автономиялы Округы губернаторы Дмитрий Кобылкин ҡул ҡуйҙы. Документ Волга буйы нефть һәм газ химияһы кластеры предприятиеларында углеводород сеймалын һөҙөмтәле эшкәртеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич: «Волга буйы федераль округындағы нефть химияһы предприятиелары ил иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», – тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ил иҡтисадын үҫтереү буйынса бер нисә төп бурысты билдәләгән. Был иң элек юғары квалификациялы эш урындары булдырыу, 2015 йылға инвестициялар күләмен кәм тигәндә 25 процентҡа арттырыу, юғары технологияларға нигеҙләнгән һәм энергияны күп тотоноусы иҡтисад тармаҡтарының продукцияһын арттырыу.
Михаил Бабич, 2020 йылға тиклем округты социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһы производство һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ла үҙ эсенә ала, тип билдәләне.
– Нефть химияһы кластеры нигеҙен үҫтерергә кәрәк. Тех­нологик сылбырҙағы нефть хи­мияһы компанияларының барыһының да һөҙөмтәле эшмәкәрлек системаһын ентекләп уйларға һәм уны дөрөҫ ҡорорға кәрәк. Бик күп мәсьәләләр дәүләт яғынан әүҙем ярҙам күрһәтелеүен талап итә, – тине ул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә