11.05.2012 Торлаҡҡа хаҡ төшә, сәләмәтлегебеҙ хаҡында хәстәрләйәсәктәр, студенттар ҙа ҡыуанасаҡ
Рәсәй Президенты Владимир Путин инаугурациянан һуң шундуҡ Премьер-министрлыҡҡа Дмитрий Медведевтың кандидатураһын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Быға бер кем дә аптыраманы, әлбиттә. Дүрт йыл ил башлығы йөгөн тарт та, күсерлектән төшөп ҡал, имеш. Дмитрий Анатольевич хөкүмәт етәксеһенә дәғүәсе булараҡ фракциялар менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе лә инде. Иң тәү сиратта «Берҙәм Рәсәй»ҙәр менән Министрҙар Кабинетында ниндәйерәк үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында фекер алыштылар, унан аҙаҡ ЛДПР вәкилдәренән дә хуплау алынды. Йор һүҙле Жириновский әфәнде бында ла юғалып ҡалманы, Медведевҡа 100 процент тауыш вәғәҙә итте. Шулай итеп, тиҙҙән «юғары»ла ҙур үҙгәрештәр башланасаҡ, ахыры. Һәр хәлдә, тәүге урын алмашыуҙар булды.
Әйткәндәй, Владимир Путин яңы вазифаһының тәүге сәғәттәрендә тиҫтәнән ашыу указға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың барыһы ла ил граждандарын социаль тәьмин итеүгә бәйле. Документтарҙың йөкмәткеһе Путиндың һайлау алды мәҡәләләрендә сағылыш тапҡайны инде.
Еңеү көнөнә түләүҙәр
Рәсәйҙең яңы һайланған Президентының тәүге Указы «1941−1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 67 йыллығына бәйле ҡайһы бер категория граждандарына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында» ине.
Указ тексына ярашлы, ошо йылдың май – июнендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, ветерандар, блокадала булыусылар, һауа һөжүменә ҡаршы оборона объекттарында эшләүселәр, оборона ҡоролмалары төҙөүселәр, концлагерҙарҙа, гетто һәм һуғыш осоронда фашистар төҙөгән башҡа шундай урындарҙа булған элекке бәлиғ булмаған тотҡондар, фин, япон, немец фашистары менән һуғышта һәләк булыусыларҙың тол ҡатындары 5000 һум күләмендә аҡса аласаҡ. Ә тыл ветерандары һәм концлагерҙарҙың, төрмә һәм геттоларҙың бәлиғ булған йәштәге элекке тотҡондарына бер тапҡыр мең һум аҡса түләнәсәк.
Иҡтисади сәйәсәт
Владимир Путин был тармаҡты бер нисек тә ситләтеп үтә алмай, сөнки илдең киләсәккә ҡуйылған маҡсаттары тап ошо өлкәлә.
Иҡтисад үҫешһен өсөн уны тәғәйен рәүештә камиллаштырырға, граждандарҙың килемен арттырырға, технология ҡаҙаныштарына бар көстө һалып ынтылырға кәрәк.
Ошо юҫыҡта Рәсәй Хөкүмәте түбәндәге күрһәткестәргә ирешер өсөн кисекмәҫтән сара күрергә бурыслы:
− 2020 йылға юғары етештереүсән 25 миллион яңы эш урыны булдырып, модернизацияларға;
− 2015 йылға инвестиция күләмен эске тулайым продукттың 25-тән дә кәм булмаған процентына тиклем арттырырға;
− 2018 йылға иҡтисадтың юғары технологиялы тармағына ҡараған продукция етештереү күләмен арттырырға;
− Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы рейтингында бизнес алып барыу шарттары буйынса баһаһын 2015 йылғаса 50-се урынға, 2018 йылға 20-се урынға тиклем күтәрергә (2011 йыл һөҙөмтәһе буйынса 120-се урындабыҙ − авт.).
Бындай ниәттәрҙе һуңғы арала күп тапҡыр ишетергә тура килде. Хәҙер уларҙың ысын мәғәнәһендә тормошҡа ашыуын көтөргә ҡала.
Йәнә лә үҫеш тураһында һүҙ алғанда, шуны әйтергә мөмкин – киләһе йыл башына авиация сәнәғәтенә, фармацевтикаға, суднолар эшләүгә, электрон һәм радиоэлектроника сәнәғәте үҫешенә, йыһан эшмәкәрлегенә, ауыл хужалығы үҫешенә бәйле дәүләт программалары раҫланылырға тейеш.
Социаль сәйәсәт
Был өлкә тирәләй Указдың иң иҫтә ҡалған пункты, әлбиттә, эш хаҡын күтәреү тураһында. Владимир Путин 2018 йылғаса реаль хеҙмәт хаҡын 1,4 − 1,5 тапҡырға күтәреүҙе тәьмин итергә ҡуша. Иң тәү сиратта педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, табиптарҙың эш хаҡтарын арттырыу ҡарала.
Күптәрҙең баш ауыртыуына әйләнгән берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса ла байтаҡ сара күрелер, моғайын. Путин был хаҡта ла онотмаған. Ғөмүмән, Президент белем биреү-алыу тирәләй ҙур ғына пландар ҡора. 2020 йылға илебеҙҙең биштән дә кәм булмаған университеты донъяның йөҙ алдынғы университеты исемлегенә инергә тейеш.
Стипендиялар ҙа мотлаҡ арттырыласаҡ. Июнь аҙағында көндөҙгө бүлектә уҡыусы беренсе, икенсе курстың мохтаж студенттарына, яҡшы өлгәшкәндәренә, әлбиттә, стипендия күләмен йәшәү минимумына тиклем күтәреү мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Һәр кем алырлыҡ торлаҡ
«РФ граждандарын уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү тураһында» Указ да өмөт уята.
Владимир Путин яҡын һигеҙ йылда торлаҡтың квадрат метры хаҡын 20 процентҡа кәметеүҙе талап итә. Һигеҙ йыл күп ваҡыт түгел, тыңларҙармы ил башлығын, юҡмы? Һәр хәлдә, Рәсәйҙә йәшәгән миллионлаған торлаҡһыҙға алыҫта өмөт яҡтылығы күренеп ҡалғандай булды шикелле.
Ипотека кредитының процент ставкаһын кәметеү, торлаҡ кредиттары биреү күләмен арттырыу хаҡында ла һүҙ бара. Ошо йылдың сентябрендә үк йәш ғаиләләргә һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә айырым ипотека шарттары булдырыласаҡ. Әйткәндәй, был категория өсөн шарттар әле лә бар.
Шулай уҡ июлгә тиклем эконом класлы торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары бүлеү тәртибе ҡаралырға тейеш.
Милли мәсьәлә
Алдағы бер нисә көндә Президент Хакимиәте РФ Президенты ҡарамағында Милли мөнәсәбәттәр буйынса совет булдырыу хаҡында тәҡдимдәр индерергә бурыслы. Хөкүмәткә лә милләт-ара конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы камиллаштырырға ҡушылған. Милли, дини экстремизм, этник принциптан сығып эш иткән енәйәтсел төркөмдәрҙе асыҡлау мониторингы ла даими алып барыласаҡ. Был, тимәк, кисекмәҫтән хәл ителәһе заман талабы.
Милли мәсьәләгә бәйле Указ, дөйөм алғанда, күп милләтле ил халҡының берҙәмлегенә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, милләттәрҙең тулы үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Рәсәйҙә йәшәүселәр барыһы ла килешеп көн итһен өсөн мигранттарҙың мотлаҡ рус телен өйрәнеүе лә кәрәк. Эшсе-мигранттар телде генә түгел, ә Рәсәй тарихын һәм ҡануниәтен дә өйрәнәсәк.
Хәрби хеҙмәт
Һуңғы ваҡытта хәрби хәл-торошҡа ҡағылышлы үҙгәрештәр хаҡында бик күп һүҙ ишеттек. Бәлки, бынауындай ҡатмарлы заманда һәр аҙымға әҙер булырға тейешлек дөрөҫтөр ҙә. 1941 йылдағы әҙерһеҙлек ана ниндәй фажиғәгә килтерҙе.
Владимир Путиндың яңы Указы, башлыса, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә ҡағыла һәм әрменең абруйын күтәреүгә йүнәлтелә. Хәрби бурысын үтәүселәргә төрлө ташламалар, льготалар (вузға ингәндә, дәүләт эшенә алынғанда һ.б.) буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һанын йыл һайын арттыра барыу ҙа күҙ уңында тотола. 2017 йылға улар 250 мең кешегә артырға тейеш. Әле контракт буйынса 220 мең офицер, 186 мең һалдат һәм сержант хеҙмәт итә.
Хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә көн үҙәгендә буласаҡ. Алдағы ике йыл эсендә хеҙмәт буйынса торлаҡ бүлеү фонды төҙөлә. Хәрби пенсионерҙарға пенсия ла йыл һайын инфляция кимәленән ике процент артыҡ күтәреләсәк.
Тышҡы сәйәсәт
Рәсәй дипломатияның күп яҡлы формалары буйынса ла әүҙем эшләргә ниәтләй. Бында ул БРИКС (биш тиҙ үҫешеүсе дәүләт) төркөмөнә ҡараған илдәр менән дә, «Ҙур егерме», «Ҙур һигеҙ», Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән дә берҙәй хеҙмәттәшлек итәсәк.
Был тәңгәлдә төп йүнәлештәр – глобаль проблемаларға һәм хәүефтәргә, халыҡ-ара террорға, наркотрафикка, ойошҡан енәйәтселеккә, төбәк конфликттарына бергә ҡаршы тороу. Бынан тыш, БДБ илдәре, Евросоюз һәм АҡШ менән мөнәсәбәттәргә лә Путиндың Указында айырым урын бирелгән. Латин Америкаһы, Кариб диңгеҙе бассейны илдәре лә беҙҙең дуҫтар һәм фекерҙәштәр булырға тейеш.
Яҡын Көнсығышта күпләп ҡырыу ҡоралынан азат биләмә төҙөүгә булышлыҡ итеү, ошо төбәктә һәм төньяҡ Африкала дәүләт-ара болаларҙы туҡтатыу яҡлы булыу, Ирандың ядро программаһы тирәләй хәлде яйлауға өлгәшеү, Корея ярымутрауындағы ядро проблемаһы буйынса алты яҡлы килешеү сигендә тыныс шарттарҙа ҡарарға килергә булышлыҡ итеү ҙә − беҙҙең киләсәктәге бурыстар.
Әйткәндәй, демография мәсьәләләренә лә мотлаҡ иғтибар итергә тейешбеҙ.
Ә был ваҡытта…
Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙең күбеһендә дәррәү үҙгәрештәр көтөлә.
Францияла ла ил башлығын һайлау үтеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Унда әлегә, беҙҙекенән айырмалы, Премьер-министр урынына дәғүә итеүсе аныҡ билдәле түгел.
Франсуа Олландтың еңеүен көткәндәр икән. Сөнки француздарҙы Николя Саркозиҙың биш йыл хакимлығы һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндермәгән. Олланд мәғариф системаһында эш урындарын арттырырға, иммигранттар менән килеп тыуған хәлде яйларға, Францияла йәшәүсе сит ил кешеләренә муниципаль һайлауҙарҙа тауыш хоҡуғын бирергә вәғәҙә итә. Һалымдың да ярайһы ғына өлөшө байҙар елкәһенә төшәсәк. Атап әйткәндә, кем дә кем йылына бер миллион евро килем ала, шуға 75 процент һалым «янай». Яңы Президенттың йәнә бер тиҙ арала эшләнәһе эше – Афғанстандан француз хәрбиҙәрен алдан сығарыу тураһындағы мәсьәләне НАТО саммитында «ҡабырғаһы менән ҡуйыу».
Ә Грецияла хөкүмәт башлығы отставкаға китте. Унда парламент һайлауҙары үткәйне. Лукас Пападимос былтыр ноябрҙән ваҡытлы хөкүмәтте етәкләгәйне, әле ул үҙенең төп бурысын – Евросоюздан һәм Бөтә донъя валюта фондынан 130 миллиард евро ярҙам алыу, дәүләт бурысының бер өлөшөн кәметеү тураһында килешеүен – үтәгән.
Ошо ике илдәге һайлауҙарға бәйле, нефткә хаҡтар түбән төшөргә самалай, имеш. Ғөмүмән, донъя баҙарында хаҡ арзаная бара ла инде. Был, һис шикһеҙ, яҡшы яңылыҡ.