04.05.2012 Фажиғәһеҙ йәшәп буламы?
Нижегородка өлкәһендә боеприпастар шартланы.
Боеприпастар тирәләй фажиғә беҙгә таныш инде, Иглин районындағы Урман ауылында былтыр апрелдә булған хәлде онотмағанһығыҙҙыр.
Өлкәнең Мулино хәрби полигонында шаршамбыла яңғырай шартлау. Бында боеприпастар бушатҡанда хәүефһеҙлек техникаһы боҙолған, тип баралар. Алты хәрби һәләк булған, тағы ла дүртәүһе йәрәхәтләнгән. Әлеге кеүек күренештәр, Генераль прокуратура тарафынан асыҡланыуынса, айырыуса 2011 йылда йыш булған.
Әле шартлау урынына күпләп тикшереүселәр бригадалары килә. Сөнки ун саҡрым радиуста һәр метрҙы ентекле ҡарап сығырға кәрәк.
Әйткәндәй, танкыға ҡаршы идара итә торған ракеталарҙы (ПТУР) утилләштерергә килтергән булғандар. Һалдаттар уларҙы машинанан бушатҡанда электрониканың эшләп китеү ихтималлығы тикшерелә. Ракеталар армия складында бик оҙаҡ – 40 йыллап ятҡан. Әлбиттә, фараздар күп. Уларҙың ҡайһыһы дөрөҫ икәнен тикшереүҙәр һөҙөмтәһе асыҡланғас ҡына белергә мөмкин.