04.05.2012 Башҡортостан иң яҡшы ун төбәк иҫәбендә
Республикабыҙ йылытыу миҙгелен үткәреү буйынса Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында унынсы урын алды.
2011 – 2012 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгел буйынса төбәктәр рейтингын Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Бында ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа бирелә.
Рейтингыла беренсе урында – Мәскәү, икенселә – Воронеж өлкәһе. Ростов өлкәһе властары өсөнсө урында килә.
Татарстан 13-сө баҫҡысты биләй, Пермь крайы – 18-се, Силәбе өлкәһе –32-се, ә Ырымбур өлкәһе – 68-се урында.
Рейтингыны төҙөгәндә федераль ведомство төбәктәрҙең мәғлүмәттәрҙе ваҡытында биреүен һәм уларҙың асыҡлығын иҫәпкә алған. Йәшәйеште тәьмин итеү системаларындағы аварияларҙың иҫәбе һәм уларҙы бөтөрөү ваҡыты, яғыулыҡ запасы һәм электр менән тәьмин итеү өсөн резерв сығанаҡтар булыуына ла ҙур әһәмиәт бирелгән.