05.10.2010 Билеттар исемләп һатыласаҡ
5 октябрҙән билет һатып алғанда «Башавтотранс»тың ҡала-ара маршруттары буйынса йөрөүсе бөтә пассажирҙарҙан паспорт йәки башҡа төрлө танытма талап итәсәктәр.
Һөҙөмтәлә «Башавтотранс»та теге йәки был йүнәлеш буйынса китеүсе һәр кешенең фамилияһын, хатта автобуста ниндәй урында ултырыуын әйтә аласаҡтар. Билеттарҙа уларҙы һатып алыусыларҙың паспорт мәғлүмәттәре индерелгән графа барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, «Транспорт хәүефһеҙлеге тураһында» Федераль закон кешеләрҙе алыҫ араға сығарыусы бөтә автоташыусыларҙан исемле билеттар биреүҙе талап итә.
Р. БАЙЫШЕВА.