RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан – әүлиәләр иле

27.04.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
Салауат районының Нуғай ауылында Сибәғәт исемле ағайҙы (1973 йылдарҙа мәрхүм булған) халыҡ “әүлиә булған” тип һөйләй. Ул бер нисә төш күргәндән һуң дин юлына баҫа һәм һәләттәре асыла.
Халҡыбыҙ араһында, совет заманы булыуына ҡарамаҫтан, йәшертен рәүештә дин тотҡан, хатта мөрит булып торған кешеләрҙән Асҡын районының ҡашҡа ауылынан Әғзәм Ғәйзулла улы Ғәйзуллин (1923 – 2010 йылдарҙа йәшәгән, һуғыш ветераны) менән ике тапҡыр (2007, 2009 йылдарҙа) осрашырға насип булды. Ул үҙ ғүмерендә ун ете әүлиә менән күрешә. Был хаҡта: “ҡайҙа әүлиә бар тип ишет­һәм, шунда барып килә инем”, – тип һөйләне. Уны үҙен дә кешеләр “аҡ бабай” тип атаны. Әғзәм бабай­ҙың атаһы Ғәйзулла олатай ҙа Киҫәкҡайын ауылынан Ғәбдрәхим хәҙрәттә (1933 йылда үлгән) мөрит булып торған.
ҡайҙа, ниндәй әүлиә һәм изгеләр ҡәбере барлығы тураһында белеүселәр һөйләүе буйынса ҡыҫҡаса яҙып сыҡҡанда, исемлек түбәндәгесә:
ҡыйғы районының Сутыш ауылында Мөхәмәтсәлим әүлиә ерләнгән, ҡәбер ташы әле лә бар. Яуын ауылындағы Әүлиә ҡәберенә ике таш ҡуйылған булған. Хәҙер шул ерҙә тимерлек, гараж төҙөлгән. Ә зыярат урынына ферма төҙөп ултыртҡандар. Иҫке һәм яңы зыярат булған. Йыланлы ауылында ҡарый мулла, Йонос ауылы янында бер изге ҡатын күмелгән. Арыҫлан ауылында табип Әбделхаҡ бабай йәшәгән, ҡарый Сүрәлә ерләнгән, тиҙәр, ә ауылдың дүрт яғындағы дүрт тауҙа ла әүлиәләр ерләнгән. Әүлиәләрҙе, ба­тыр­ҙарҙы тауға күмеү – улар­ҙың рухы шул ерҙе, ауылды бәлә-ҡазанан һаҡлап ята, тип ышаныуҙан. Икенсенән, тау баштарын һыу баҫмай, унда хайуандар йөрөмәй, шуға улар­ҙың ҡәберҙәре тапалмаясаҡ, йәндәре тыныс ятасаҡ, тип иҫәпләнә.
Балаҡатай районының Тү­бән­ге Үтәш ауылы зыяратының мөйөштәрендә дүрт әүлиә ҡәбере бар, тип һөйләй­ҙәр.
Мәсетле районының Мәсет­ле ауылында Исрафил әүлиә булған. Йосоп ауылында тауҙа әүлиә ҡатын күмелгән (ул һис кейәүҙә булмаған). Әләгәз ауылында Ғабдулла ишан булған, тип һөйләйҙәр.
Салауат районының Мөсәт ауылында суфый Ғайса Мәүлит улы ерләнгән (1841 – 1921 йй.). Ғайсаның кешеләр­ҙең уйын уҡығаны, халыҡты өшкөрөп дауалағаны билдәле. Ул хажда булған, 12 йыл Урта Азияла суфый булып йөрөгән. Зәйнулла ишан Рәсүлев менән аралашҡан.
Татар Малаяҙында бер әүлиә булған. Илтәй ауылы менән Мөсәт ауылы уртаһындағы Кантонтауҙа Ғәбнасир әүлиә ерләнгән. Ул үҙе кантон да булып торған. Чулпан менән Ахун ауылы араһында “Әүлиә ҡәбере” бар. Лағыр ауылы ҡаршыһындағы Күҫтәр тауында, ҡыйғы районының Мөхәммәт ауылы осонда әүлиә ерләнгән.
Балтас районының Шишмә ауылында Эскип йылғаһы буйында ике ҙур ҡайын төбөндә ‒ әүлиә ҡәбере, Түбәнге ҡарыш ауылында Әүлиә шишмәһе бар. Ә ҡариҙел райо­нында Харис исемле изге йән булған, бер урында ғына йәшәмәгән, ауылдан-ауылға йөрөгән, тыуған ауылы билдәһеҙ.
Әүлиәләрҙең күплеге менән бигерәк тә Тәтешле һәм Борай райондары айырыла. Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында Мөхәмәтғәле Соҡорой, ә Күрҙем ауылында Ғарифулла Кейеков хәҙрәттәр ерләнгән. Халыҡ уларҙың икеһен дә әүлиә кимәленә күтәреп, һәләттәре хаҡында һөйләй. Шүлгән ауылында иһә Әбүталип исемле ҡөрьән-хафиз йәшәгән, дин буйынса 18 йыл уҡыған. Мостафа мулла изге кеше булған. Яңы ҡайпанда Бохаранан килгән миссионер Ғәли мәсет асҡан булған, уның 1178 йылда мәрхүм булыуы билдәле.
Яңауыл районының Ахтиял ауылында Ғөзәйер ҡарт гипнотизер булған, бөтөнөһөн белгән. ҡадир ҡарт та шундай булған, тиҙәр. ҡыҙылъяр ауылында иҫке зыяратта хәҙрәт күмелгән. Йөҙсуҡа ауылынан Йәғәфәр хәҙрәт Бохарала уҡып ҡайтҡан. Баһауетдин тигән кеше лә 27 йәшенә тиклем Йосоп, Бәҙрәш ауылдарында уҡыған (хәҙерге Тәтешле районы), халыҡты яҡшы имләгән. Киҫәкҡайын­дан шәйех-кирам Ғәбдрәхим хәҙрәт, Туртыҡ ауылынан Мөҡим ишан заманында киң билдәлелек яулаған.
Борай районының Мулла ауылында әүлиә зыяраты бар. Мостафа ауылында Бохара­нан килгән миссионер Борха­нетдин әүлиә ерләнгән (ололар һөйләүенсә, уны ошо ауылда 1170 йылдарҙа үлтерәләр). Үтәгән ауылында Таһир диуана, Иҫке Бикмәт ауылында ҡасим хәҙрәттең әүлиә булыуы билдәле. Ә Шүнәк менән Мулла ауылдары араһында һәм Яңы Киҙгән, Кәшкәләү ауылдарында ла Әүлиә зыяраты бар. Кәрим диуананың (ҡыҙыл диуана ла тигәндәр, төҫкә шулай булған­ға әйткәндәр) тыуған ауылы билдәһеҙ, хәҙерге Салауат районының Нәсибаш ауылында ҡатын алып йәшәгән булған. ҡорос исемле хәҙрәт тә булған, ҡайһы ауылдан булғаны билдәһеҙ.
Миәкә районының Өршәк ауылында – “Әүлиә шишмәһе”, “Әүлиә зыяраты”. Нарыҫтау ауылында, Илсе­ғолда “Әүлиә тауы”, “Изгеләр шишмәһе”, Тәүкәй Ғәйнәлә Һалҡын шишмә янында әүлиә ҡәбере бар.
Әлшәй районының Ташлы ауылында һанайһары тауында Әүлиә зыяраты булған. Япар ауылында ишан хәҙрәт йәшәгән, унда ҡәбере юҡ, икенсе ергә күмелгән. Иҙрис ауылында исеме билдәһеҙ әүлиә торған. Ул 1913 йылда үлгән. ҡыпсаҡ ауылында Әхтәм исемле һуҡыр бабай күрәҙәлек иткән.
Ғафури районының Сәйет­баба ауылында Әбйә­лил ишан ерләнгән, Белорет районының Исмаҡай ауылында әүлиә ҡәбере бар, тиҙәр.
Учалы районының Һәйтәк ауылының дүрт яғындағы тауҙарҙа – Әсән-софа тауында – Хәсән суфый, ҡандыбил тауында, Ахунтауҙа, зыярат эргәһендәге Бригад тауында, Кәрим ауылының Ям тауында ла әүлиәләр ерләнгән. Әүешкүл ауылында Әүеш тауында Рамаҙан әүлиә, Уау диуана (Вәхит) тауы һәм шишмәһе барлығы хәҙер һәр кемгә билдәле. Ураз менән ҡолош ауылдары араһында ла әүлиә зыяраты, Батал ауылында Байым әүлиә ҡәбере бар.
Баймаҡ районының Күсей ауылында Хөснөтдин хәҙрәт ерләнгән. Байым ауылында Байым ишандың ҡәбере, “Әүлиәләр зыяраты”нда ерләнгән. Ә Ейәнсура райо­нының Үрген ауылында Әхмәтбаҡый хажи Аҡъюлов изгелеге менән билдәле.
Йылайыр районының Ишембәт менән Ишбулды ауылдары араһында ла Әүлиә ҡәбере бар, унда ҡарағай ҙа үҫә. Исҡужа, Юлдыбай ауылдарында әүлиәләр булған. Суртанүҙәк ауылында Мәхиән Ярлыҡапов исемле суфый булған. Мәҡсүт ауылында Сәгәтәй тигән ерҙең башында, уң яҡта “Әүлиәлек” тигән ер, ә зыяратта “Әүлиә ҡәбере” бар.
Хәйбулла районында Вәлит ауылында Ғатаулла ишан ерләнгән. Ошо ауылдан Зиннәтулла олатай Вәлитов һөйләүе буйынса, Айғы­ратҡан йылғаһы буйында Күгеш тамағында боронғо әүлиәләр зыяраты урынлаш­ҡан. Унда Ырымбур яғынан башҡорттар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа үҙҙәренең әүлиәләрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын килтереп ерләгән булған. Кәрим ауылында, Һуранташ (Һултас) ауылында әүлиә ҡәберҙәре бар. Киндерлелә (бөткән ауыл Ғәббәс) Садиҡ Ғәббәсов исемле суфый булған. Утарбай ауылынан Бәҙәмша Утарбай улы Торомтаев (1836 – 1905 йй.) әүлиә булған.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының
фольклористика
бүлеге хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә