05.10.2010 Әсәләрҙе ил хәстәрләй
Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте илдең төп финанс документын – киләһе йылға бюджетты ҡараны. Сметала дәүләт ҡаҙнаһы аҡсаһының ҡайҙа йүнәлтеләсәге асыҡланған. Уға ярашлы, Хөкүмәт киләһе йыл пенсияға 4,7 трлн һум тотонмаҡсы. Һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса пособие 1 февралдән 8 процентҡа артасаҡ. Ә инде уртаса хеҙмәт пенсияһы 8 800 һумдан ашыу буласаҡ. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға, хәрбиҙәргә лә өҫтәмәләр ҡаралған.
Дәүләт әсәләрҙе лә онотмай, йәш әсәләр ҙә әлегенән күберәк ала башлаясаҡ. Йәғни бала тапҡандан һуң бер тапҡыр түләнгән пособие 1 ғинуарҙан 11 мең 700 һум тәшкил итәсәк. Әле иһә уның күләме – 10 мең 989 һум.
«Әсәлек капиталы»ның күләме менән ҡыҙыҡһыныусыларға шуны еткерәбеҙ: Хөкүмәт вәғәҙә иткәнсә, ул йыл һайын индексациялана. Киләһе йылдан дәүләт ярҙамының күләме 365 мең 700 һум булыр, тип көтөлә. Быйыл иһә ул 343 779 һумға етәсәк.
Шуны оноторға ярамай, киләһе йыл бюджеты ла дефицитлы буласаҡ. Ни тиһәң дә, көрсөккә бәйле, ҡаҙна килеменең һиҙелерлек кәмеүе үҙенекен итә. Мәҫәлән, быға тиклем көрсөккә ҡаршы сараларға һәм пенсияны күтәреүгә байтаҡ аҡса тотонорға тура килде. Хөкүмәт ҡаҙналағы был бушлыҡты ни бары 2014 йылда ғына ябырға өмөтләнә. Аналитиктар фекеренсә, бюджет килемен арттырыу нефть долларҙары иҫәбенә түгел, ә иҡтисад үҫешенә бәйле башҡарыласаҡ. Шунлыҡтан 1,6 трлн һумды модернизациялауға һалмаҡсылар. Мәҫәлән, юл төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға 387 млрд һум иҫәпләнһә, алдағы ике йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә – 460 млрд, ауыл хужалығына 153 млрд һум йүнәлтеү ҡаралған.
Р. НУРИСЛАМОВА.