05.10.2010 Балаларға – бушлай путевка!
Көҙгө һыуыҡта киҙеү, киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны арта. Ауырыуға айырыуса балалар тиҙ бирешә. Шуға күрә инфекцияға ҡаршы алдан профилактика сараларын күреү, иммунитетты күтәреү зарур. Был йәһәттән балалар республиканың төрлө шифаханаларында сәләмәтлектәрен нығыта ала.
Быйыл республика бюджетынан аҡса бүленеү һөҙөмтәһендә Өфөнөң Совет районы учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә балаларын бушлай тигәндәй шифахана-курорттарҙа дауалау мөмкинлеге тыуҙырылды. Хаҡтары ун бер, ун ике мең һумдан ашҡан путевка хаҡының ата-әсә түләүе тип аталған бик бәләкәй генә суммаһын түләү талап ителә, яҡынса ул 1300 һум самаһы тәшкил итә. Ә бер балаға 10 668 һум күләмендәге компенсация Башҡортостандың теләһә ниндәй шифаханаһына бирелә. Был мөмкинлек менән файҙаланыу өсөн ата-әсә үҙҙәренең эш биреүселәренә мөрәжәғәт итергә тейеш. Ә улар путевканы Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте аша юллай.
Р. ЯРҡЫНБАЕВА.