17.04.2012 Шәфҡәтлек кисәһе үтә
19 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында «Мәрхәмәт» һәм «Тормош һыҙығы» фондтары тарафынан ойошторолған шәфҡәтлек кисәһе үтә. Ул «Яҙғы изгелек аҙнаһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ойошторола.
«Мәрхәмәт» фонды президенты Айгөл Гәрәева әйтеүенсә, унда йыйылған бөтә аҡса тыумыштан йөрәк сире менән ауырыусы балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтеләсәк. Кисәнең программаһында – Рәсәйҙә шәфҡәтлелектең тарихы тураһындағы күргәҙмәне асыу. Экспозиция Мәскәүҙә тупланған, әммә республикалағы был йүнәлештәге эшмәкәрлек тураһында һөйләүсе бер нисә стенд әҙерләнгән. Артабан Ҙур театр солисы Вадим Лынковский һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенткаһы Әлиә Әхмәҙиева ҡатнашлығында концерт буласаҡ. Һуңынан аукцион һәм фуршет ойоштороласаҡ. Аукционды Рәсәйҙең билдәле шоумендарының береһе алып барасаҡ.
– Беҙ кисәне ете йылдан ашыу эшләүсе «Тормош һыҙығы» Мәскәү фонды менән берлектә ойошторабыҙ. Уның хеҙмәткәрҙәре Республика кардиология диспансеры менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Улар республиканан 200-ҙән ашыу балаға ярҙам итте, – тип һөйләй Айгөл Гәрәева.
Шәфҡәтлек кисәһе – асыҡ сара. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Зал 250 кешегә иҫәпләнгән, тимәк, урындар сикләнгән. Саҡырыу ҡағыҙҙарын 2500 һумға һатып алырға була.