13.04.2012 Өфө өсөн тауыш бирәйек
Интернетта www.город-россии.рф сайты Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһын һайларға һәм «Рәсәйҙә ҡайҙа тормош яҡшыраҡ?» тигән һорауға яуап бирергә тәҡдим итә.
Тауыш биреүҙә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренең дә баш ҡалалары ҡатнаша. Үҙеңә оҡшаған ҡала өсөн көн һайын, теләгән ваҡытта тауыш бирергә мөмкин. ҡаланың исеменә ҡушып, уның тураһында мәғлүмәт тә бирелә. Әлеге ваҡытта Иркутск (26896 тауыш), Төмән (23020), Смоленск (18093) ҡалалары алдынғы урындарҙа килә. Өфө ҡалаһы, 2920 тауыш йыйып, 17-се урынды ғына биләй. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң күп тауыш йыйған ҡала артабан үҫеү өсөн өҫтәмә импульс аласаҡ.