13.04.2012 Шүлгәнташ – донъя кимәлендә һаҡланырҙай тәбиғи ҡомартҡы
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инһә, ул халыҡ-ара һаҡ аҫтына алына. Әлегә билдәле мәмерйә был ойошманың яҡынса исемлегенә индерелгән.
Башҡортостан һәм Рәсәй етәкселегенә финанс, ғилми, мәғлүмәт һәм мәҙәни ярҙам күрһәтеү яғынан тәҡдимдәр ебәреләсәк. Был үҙ сиратында республикаға туристарҙың, эшлекле даирәләрҙең иғтибарын йәлеп итәсәк. Объект тирәләй урындағы халыҡ менән хеҙмәттәшлек зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Атап әйткәндә, урындағы халыҡ еләк йыя, бесән саба аласаҡ. Әйткәндәй, Рәсәйҙән 21 объект, шул иҫәптән Мәскәүҙәге Кремль, Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге, ҡаҙандағы Кремль, Коми урмандары, Алтай тауҙары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.