13.04.2012 Бахрейн делегацияһы Башҡортостан иҡтисады менән танышты
Бахрейн эшҡыуарҙары Башҡортостанға эш сәфәре менән килде.
Яҡын Көнсығыш һәм Фарсы ҡултығы илдәрендә нефть, газ, финанс, инвестиция, социаль, телекоммуникация, энергетика, консалтинг, страховка проекттарында ҡатнашыусы «Рияда» компанияһы вәкилдәрен республикаға БР Иҡтисади үҫеш министрлығы саҡырҙы. Осрашыу барышында яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең ике яҡ өсөн дә отошло мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Шулай уҡ эш сәфәре барышында компания вәкилдәре Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары менән осрашты. Унда металл эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ барҙы. 17 – 18 майҙа делегацияның йәнә Башҡортостанға «Ҙур химия» халыҡ-ара форумына килеүе көтөлә.