RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ығы-зығы кемгә кәрәк?

06.04.2012 Ығы-зығы кемгә кәрәк?

РФ Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығынан А. Бастрыкиндың Башҡортостанға граждандарҙы ҡабул итеүгә килеүе халыҡҡа билдәле булмаған әллә күпме фактты асыҡланы. Баҡтиһәң, Волга буйы федераль округында яҡшы күрһәткестәр менән маҡталған беҙҙең эске эштәр органдарында барыһы ла ал да гөл түгел икән.
Уларҙың закон сиктәренән тыш эш итеүенә ябай граждандарҙан әллә күпме ялыу булған. Унан да бигерәк БР буйынса Эске эштәр министрлығы чиновниктарының коррупцияла ғәйепләнеүе халыҡ араһында киң резонанс алды. Өйөңдәге ыҙғышты тышҡа сығарма, тиһәләр ҙә, республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының юл посы хеҙмәте полкы командиры Илдус Яруллин БР Президенты Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итә. Мөрәжәғәтендә ул БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары А. Овчинниковтың полкты күп һанлы тикшереүҙәре менән ҡурҡытыуы, шантажлап мунса төҙөтөүе, йортон ремонтлатыуы тураһында бәйән итә. Полицияның шәхси хәүефһеҙлек идаралығы «ҡойроғона баҫҡан» хат авторы үҙенә яҡлау һорай.
РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы был хат буйынса тикшереү алып бара. И. Яруллинға ҡарата әлеге көндә енәйәт эше асылған. Ул эре суммала мутлашыуҙа ғәйепләнә. Өҫтәүенә, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, полковник Төньяҡ Кавказға командировкаға барыуы тураһында ялған документтар эшләп алып, хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ аҡса алып ятҡан.
БР буйынса эске эштэр министры урынбаҫары Руслан Шәрәфетдинов хаҡында «Рәсәй» телеканалында уның күп һанлы закон боҙоуҙары хаҡында сюжет донъя күргәйне. Был факттар нигеҙендә лә Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы тикшереүҙәр алып бара.
БР буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин журналистар өсөн уҙғарылған матбуғат конференцияһында: «Ғәйепләүҙәр өсөн нигеҙ юҡ. Был − ВТРК-ның Башҡортостан филиалында тикшереүҙәр башланыуына ҡаршы ойошторолған заказлы сюжет. Әйҙә тикшерһендәр, барыбер бер нәмә лә таба алмаясаҡтар», − тип белдерҙе. Медиамагнат тип аталған Руслан Шәрәфетдинов: «Криминаль спектр» гәзите дәүләттеке, БР буйынса Эске эштәр министрлығы гәзите. Ни эшләптер уны минең шәхси гәзитем тип атауҙары миңә аңлашылмай», – тине.
Яруллин менән Овчинников араһындағы конфликтҡа бәйле, М. Закомалдин түбәндәгеләрҙе аңлатты.
«Милиция тураһында»ғы РФ Законына ярашлы, полковник 50 йәшенән эшен ҡалдырырға тейеш, ә ул һаман эшен ташламаған. Хатта былтыр полкта бер ниндәй ҙә тикшереү үткәрмәгән. Коррупцияға ҡаршы законға ярашлы ла ғәйепләүҙәр бар, үҙ милкендә булған эре техниканы ла күрһәтмәгән. Полицейскийҙың эш хаҡына 7 − 8 миллион һумлыҡ ике йөк автомобилен, ағас ташыу тракторын нисек алмаҡ кәрәк? Овчинниковтың йортона ремонт эшләүе лә уйҙырма».
Был ығы-зығы ябай халыҡ былай ҙа әллә ни ышанып бармаған эске эштәр органдарына һис тә абруй өҫтәмәй, әлбиттә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә