06.04.2012 Өс һөйләм менән
Мартта республиканың ауыл хужалығы предприятиелары бер нисә партия мал аҙығын экспортҡа оҙатҡан. Яҙҙың беренсе айында артып ҡалған мал аҙығынан 1272 тонна көнбағыш шроты Латвияға ебәрелгән, 2358 тонна фураж арышы, 2300 тонна ҡоро һығынты Сәғүд Ғәрәбстанына һатылған. Былтыр республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы әҙерләгәйне.
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып күсеүе сәбәпле, ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин эшенән бушатылды. Урындағы депутаттар район менән етәкселек итеүҙе район хакимиәтенең кадрҙар, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллинға тапшырҙы. Район башлығы бурыстарын ул конкурс һөҙөмтәһендә был вазифаға совет тарафынан яңы кандидат тәғәйенләнгәнгә тиклем башҡарасаҡ.
Быйыл Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө 67 мең гектарҙы биләйәсәк. Әлеге культураның майҙанын аграрийҙар бер юлы биш процентҡа арттырырға ниәтләй. Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко белдереүенсә, республикалағы дүрт шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн беҙҙә кәм тигәндә 67 − 68 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелергә тейеш.
Учалы районы хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына торлаҡ һатып алыуға социаль түләү бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. Һигеҙ миллион һумдан ашыу суммаға сертификаттарҙы һигеҙ ветеран ҡатыны алды. Учалы районында «Ветерандар тураһында»ғы Законды бойомға ашырыу барышында 99 һуғыш ветераны һәм ветерандарҙың тол ҡатындары бөтәһе 100 миллион һумдан ашыу суммаға сертификат алған.
Ошо көндәрҙә Рәсәй статистика хеҙмәтенең рәсми сайтына 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренең беренсе томлығы (халыҡ һаны, урынлашыу тығыҙлығы тураһында) ҡуйыласаҡ. Майҙа − халыҡтың йәше, енесе, никахта тороу мәғлүмәттәре, июндә белем кимәлен күрһәткән томлыҡтар әҙер була. Башҡортостандың статистика хеҙмәте лә республика буйынса һөҙөмтәләрҙе бирә.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.