30.03.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән Мәскәүҙәге «Башҡорт яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Тәлғәт Хурамшин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн уға 1971 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Тәлғәт Закир улы Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975) ордендары, СССР Министрҙар Советы премияһы (1974), ике тапҡыр Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1981), ҡырҡтан ашыу грамота һәм билдә менән бүләкләнгән, уға шулай уҡ «СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы» тигән маҡтаулы исеме бирелгән.
Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан юлдары иң хәүефле булған төбәктәр иҫәбенә ингән. Был насар исемлектә беҙҙең республика 30 төбәк араһында 24-се булып тора. Былтыр Башҡортостанда 5160 автоһәләкәт теркәлгән, унда 724 кеше һәләк булған.
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан Республикаһы йәштәрен эш менән тьәмин итеүҙең актуаль проблемалары» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев та ҡатнашты. Сарала йәш быуынды эш менән тәьмин итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде.
Кисә Яңауыл һәм Ағиҙел ҡалаларында экомобиль менән составында терегөмөш булған һәм әле ҡулланылмаған әйберҙәрҙе йыйып сыҡтылар. Республикала берәү генә булған машина бөгөн Нефтекама ҡалаһына юллана. Терегөмөшлө әйберҙәрҙе йыйыу буйынса экологик акция башҡа район-ҡалаларҙа ла үтәсәк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының әүҙем йәштәре велосипед спортын яратҡан кешеләрҙе йыйып, быйылғы миҙгелде асырға ниәтләй. Велоакция 12 майҙа Торатау янында ойоштороласаҡ. Спорт байрамы ике көнгә планлаштырыла, шуға ла унда ҡатнашыусылар тау битендә палаткалар ҙа ҡорасаҡ.
Салауатта «Һалдат йыры» ҡала фестивале үтте. Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүсе, ҡаһарманлыҡты пропагандалаусы йырҙар байрамы 12-се тапҡыр ойошторола. Сарала 14 – 20 йәшлек йәштәр һәм үҫмерҙәр Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечнялағы хәрби бәрелештәр тураһындағы йырҙар менән сығыш яһаны.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.