RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәрхәмәтлек − изге эш

30.03.2012 Мәрхәмәтлек − изге эш

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса республика советының икенсе ултырышын үткәрҙе.
Бында БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһында мәрхәмәтлек һәм мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге тураһында»ғы закон проекты тикшерелде, шулай уҡ мәрхәмәтлек ойошмалары эшмәкәрлегенең мәғлүмәти киңлеген булдырыу, төбәктә ирекле хәрәкәтте үҫтереү тураһында мәсьәләләр ҡаралды.
Советтың тәүге ултырышы уҙған йылдың декабрендә үткәрелгәйне. Унда эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре һәм ғәмәлдәге проблемалар билдәләнде.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова мәрхәмәтлек эшмәкәрлегенең аныҡ закондарға нигеҙләнергә тейешлеген билдәләне.
– «Мәрхәмәтлек ойошмалары тураһында»ғы 135-се Федераль закон мәрхәмәтлек эшмәкәрлеген көйләүсе төп норматив-хоҡуҡи акт булып тора. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: 2011 йылдың 1 ок­тябрендә РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына тейешле федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закондар сығарыу инициативаһы индерелгәйне. Әлеге закон проектына ярашлы, тейешле мәрхәмәтлек ойошмаһында эшләү стажын дөйөм хеҙмәт эшмәкәрлеге стажына индереү тәҡдим ителә, – тип аңлатты ул. – Бик күп йәмәғәт һәм мәрхәмәтлек ойошмалары тарафынан был тәҡдим ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул ителде. Тап ошо мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге статусын арттырырға мөмкинлек бирәсәк һәм бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырасаҡ.
Республиканың 1997 йылдың 8 декабрендәге мәрхәмәтлек тураһындағы законы 2001 йылда үҙ көсөнән сыҡҡан булған. Әлеге ултырышта был закон проектының тулыһынса әҙерләнгән концепцияһы тәҡдим ителде. Бында ҡайһы бер статьялар үҙгәртелгән. Яңы редакцияла мәрхәмәтлек эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре киңәйтелә. Уларҙың береһе – инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә, ауыр хәлдә ҡалған граждандарға ярҙам итеү. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ла эшмәкәрлек индерелгән.
Күҙаллау буйынса, Закон 2012 йылдың икенсе яртыһында үҙ көсөнә инәсәк.
Республиканың 22 муниципаль берәмегендә мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса йәмәғәт советтары булдырылған, ә 17 районда улар формалашыу өҫтөндә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә