23.03.2012 Ветерандар йыйылды
Өфөнөң Конгресс-холында һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советының киңәйтелгән өсөнсө пленумы үтте. Ул ветерандар хәрәкәтенең 25 йыллығына арналды. Пленумда ойошманың 25 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде.
Пленум эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Бөтә Рәсәй ветерандар советы рәйесе Дмитрий Карабанов, республика ветерандары активы, төрлө министрлыҡ һәм ведомство, ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре, йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Конгресс-холл фойеһында республиканың ветерандар хәрәкәте тарихын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне.