16.03.2012 Онлайн-аралашыуҙа – етәксе
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов «Ижтимағи электрон гәзит»тә онлайн-конференцияла ҡатнашты. Бында уға байтаҡ темаға ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Шуларҙың береһе – инвалид бала ҡарау буйынса пособиеға өҫтәмәләрҙе арттырыу тураһында.
– Республикалағы закон буйынса, инвалид балаһы һәм уны тәрбиәләгән бер ҡайҙа ла эшләмәүсе ғаилә ағзаһы булған ғаиләләргә пенсияға 500 һумдан ашыу күләмдәге өҫтәмә түләнергә тейеш. Республика Президенты социаль хеҙмәттәрҙән яҡланмаған халыҡ ҡатламына ярҙам сараларын арттырырға ҡушты. Әле эш төркөмө ойошторолоп, унда БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай, Хөкүмәт, Башҡортостан Президенты Хакимиәте вәкилдәре инәсәк, социаль тәьмин итеүгә бәйле закондарҙы ҡайтанан ҡараясаҡтар. Айырыуса мохтаждарҙы билдәләп, уларға адреслы ярҙамды арттырырға тырышасаҡбыҙ, – тип яуапланы Фидус Ямалетдинов. Инвалид балаларҙың киләсәктә лә дарыуҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәге билдәләнде.