RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

13.03.2012 Донъя яңылыҡтары

Аҫты өҫкә килгән…

Малайзияла үҙенсәлекле йорт төҙөгәндәр.
Бина, уның эсендәге бар әйбер баштүбән эшләнгән. Йорттоң ҡыйығы – ерҙә, ә нигеҙе – һауала. Һауыт-һаба, өҫтәл-ултырғыс­тар – барыһы ла баш осонда тора. Ә урамда… баштүбән гараж эсендә, тәгәрмәстәре өҫкә ҡарап торған автомобиль тора.
Архитектор урындағы халыҡтың йорт-көнкүрешен сағылдырып эшләгән. Был туристарҙың яратҡан урынына әйләнер, тип ышана улар.

ҡытайҙа – буш ҡалалар

ҡытай халҡы бик күп булһа ла, унда ғәжәп бер проблема ла тыуған: бер кем дә йәшәмәгән буш ҡала барлыҡҡа килгән.
Ордос алты йыл эсендә ҙур мегаполисҡа әйләнгән, төҙөлөш йылдам темптарҙа барған. ҡала эргәһендә генә күмер һәм газ ятҡылыҡтары бар, иҡтисад бик тиҙ үҫешә, торлаҡҡа хаҡтар арта, бөтә ерҙә светофорҙар эшләй. Әммә был ҡалала кешеләр юҡ кимәлендә. Бының сере ябай: ҡала төҙөлә башлағас, башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡ арзан хаҡҡа күпләп фатир һатып ала башлай. Уларҙың йәшәү урындары булыу сәбәпле, яңы ҡалаға күсергә ашыҡмайҙар.
Урындағы власть вәкилдәре әйтеүенсә, был проблема ун йыл эсендә ыңғай хәл ителмәһә, ҡытайҙың ипотека кредитлауы юҡҡа сығасаҡ. Ә унан, донъя тәжрибәһенән күренеүенсә, иҡтисади көрсөккә бер аҙым ҡала.

Сүриәгә ярҙам

Һуңғы айҙарҙа Сүриәлә бөтөнләй тыныслыҡ юҡ.
Хөкүмәткә ҡаршы протестар ҡораллы алыштарға әйләнде. Һөҙөмтәлә көн дә тыныс халыҡ, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре вафат була. Рәсәй һәм Ғәрәп илдәре лигаһының сит илдәр эштәре буйынса министрҙары Сүриә көрсөгөн хәл итеүҙең биш принцибын билдәләне.
Сүриәгә Рәсәйҙән ике Ил – 76 самолетында 78 тоннаға яҡын гуманитар ярҙам ебәрелде. Унда палаткалар, ит һәм балыҡ консервалары, шәкәр, балалар аҙығы, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар.

Вазифаһы менән хушлашты

Күптән түгел Германияның элекке Президенты Кристиан Вульфты, вазифаһын матди байлыҡ туплау ниәтендә файҙалан­ған, тип ғәйепләгәйнеләр.
Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәс, уға отставкаға китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Уҙған аҙнала Кристиан Вульф тантаналы шарттарҙа үҙенең вазифаһы менән хушлашҡан. Ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнгән сараға бик күп халыҡ йыйылған. Әлеге мәлдә Кристиан Вульф сәләмәтлеген нығытыу менән шөғөлләнә, тип хәбәр итә немец баҫмалары. Беҙҙең түрәләр берәй заман немецтарҙан үрнәк алырмы икән?
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә