RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй Президентын һайлау донъяла әһәмиәтле көн булды

09.03.2012 Рәсәй Президентын һайлау донъяла әһәмиәтле көн булды

Был көндәрҙә 4 мартта үткән һайлауҙа еңгән Владимир Путин төрлө илдәрҙән ҡотлауҙар ҡабул итә.
Алжир Президенты Әбдел­ғәзиз Бутефлика ҡотлауында «туғандаш Рәсәй халҡы именлеге һәм сәскә атыуы өсөн миссия үтәгәндә уңыштар» теләп, ике илде бәйләүсе мөнәсәбәттәрҙең «иҫ киткес динамикаһын» һаҡ­лар­ға ынтылышын белдергән.
Бразилия Президенты Дилма Русеф телефондан тәбрикләгәнендә Владимир Путинды БМО-ның йәй Рио-де-Жанейрола үтәсәк тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре буйынса конференцияһында ҡатнашырға саҡырған. Был илдән Путин тағы бер ҡотлау алды. Уны Бразилияның элекке башлығы Луис Инасиу Лула да Силва ебәргән. «Көслө суверенлы Рәсәй XXI быуат башында күп яҡлы донъяла әһәмиәтле роль уйнай», – тигән ул.
Владимир Владимировичты Иран, Франция, Бөйөк Британия, Венесуэла, Монголия, Һин­достан, Төркиә етәкселеге лә ҡотланы.
АҡШ-та ла Рәсәйҙәге Президент һайлау һөҙөмтәләренә битараф ҡалманылар. Американың Дәүләт департаменты ил етәкселегенең «граждандарҙың күпселеге тарафынан һайланған ысын лидер» Владимир Путин менән эшләргә әҙер булыуын белдергән. Шулай уҡ беҙҙәге сәйәси система реформаһын маҡтаған, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Президент һайлауын үтә күренмәле итеп уҙғара алыуын билдәләгән.
Президент һайлауында тауыш йыйыу буйынса икенсе урын алған Геннадий Зюгановтың Владимир Путинды ҡотламауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Коммунистар партияһы лидеры был хаҡта Твиттерҙағы (Twitter) микроблогында ла яҙған. «Баш коммунист» тауыш биреү һөҙөмтәләре менән риза булмауын белдергән һәм Владимир Путин менән осрашыуҙан да баш тартҡан.
Риза булмау тигәндән, «Намыҫлы һайлауҙар өсөн» лозунгыһы менән оппозиция йәнә лә митинг үткәрергә теләй. Ойоштороу комитеты Мәскәү мэрияһына 10 мартта Яңы Арбатта 50 мең кеше ҡатнашлығында тыныс граждан протесы акцияһын уҙғарырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткән.
«Беҙ мотлаҡ ошо урынды һайланыҡ. Бер ниндәй ҙә альтернатив башҡа урын кәрәкмәй. Эйе икән – эйе, юҡ икән – юҡ. Ул саҡта митингыны башҡа позицияла, бүтән кешеләр үткәрәсәк», – ти ойоштороусылар.
Әйткәндәй, 4 марттағы һайлау барышында беҙҙең илдә 700-ләгән халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләне. Бығаса бындай күләмдә килгәндәре булмаған. Һәр береһенең тәьҫораттары ла үҙенсә. Ошо көндәрҙә бәғзеләре һайлауҙағы етешһеҙлектәр хаҡында һүҙ башлаған.
«ОБСЕ (Организация по безопасности и сотрудничеству в Европе) белгестәре, Рәсәйҙәге һайлауҙа күпләп хоҡуҡ боҙоуҙар булды, тип юҡты һөйләй», – тигән үҙе лә беҙҙә күҙәтеүсе булып эшләгән Австрия сәйәсмәне, Европарламентта «Ав­стрия киләсәге өсөн» союзынан депутат Эвальд Штадлер. Уны бигерәк тә ОБСЕ вәкилдәренең, һәр өсөнсө участкала тиерлек тауыш биреү тәртибе боҙолдо, тип раҫлауы аптыратҡан. «Әгәр шул дөрөҫ булһа, бында һүҙ яҡынса 31 мең участка хаҡында бара, был иһә кеше ышанмаҫлыҡ хәл. Әлбиттә, хоҡуҡ боҙоу­ҙар булған хәлдә лә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә быны техник яҡтан иҫбатлап булмай», – тип хәбәр итә Эвальд әфәнде. Мәҫәлән, ул Һамарҙа күҙәтеүсе булған. Уның фекеренсә, бында һайлауҙар демократик стандарттарға ярашлы уҙған. Халыҡ-ара күҙәтеүсегә бигерәк тә һайлау участкаларында барлыҡ кандидаттар тураһында тулы мәғлүмәт (биографиялары, килемдәре) булыуы оҡшаған.
Эвальд Штадлер, ОБСЕ таратҡан хәбәр бары тик Рәсәйгә маҡсатлы рәүештә бысраҡ яғыр­ға маташыу, тигән уйҙа.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге республикала эшләүсе халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙә Литванан Людмила Блинова, Швециянан Ханс Биргер Нареског эшләне. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев оҙайлы ваҡытҡа килеүсе күҙәтеүселәрҙе һөҙөмтәләр менән таныштырҙы, уларға һайлауҙа ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Күҙәтеүселәр, үҙ сиратында, тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Тауыш биреү көнөндә сит ил вәкилдәре бер нисә һайлау участкаһында булған, веб-камераларҙың эшен ентекле күҙәткән, һәр урында уларға эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыл­ған.
ҡаҙағстандан килгән күҙәтеүселәр ҙә беҙҙәге һайлау барышынан, халыҡ менән аралашыу­ҙан ҡәнәғәт ҡалған. Улар – Аҡтүбә һайлау участка комиссияһы рәйесе Гөлнара ҡун­баева, территориаль һайлау комиссияһы секретары Тимер­бәк Нуртазин һәм «Нур Отан» халыҡ-демократик партияһы штабы ағзаһы Аҡсара Шара­панова.
Беҙҙә Украинаның Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповал да булды. Ул Хәйҙәр Вәлиев менән осрашыуҙа ла, журналистар менән аралашҡанда ла Башҡортостандағы һай­лау­ҙарҙы ойоштороу кимәленең Укра­инаныҡынан юғарыраҡ тороуын белдерҙе. Влади­мир Шаповал Стәрлетамаҡ районындағы Золотоношка ауылында булып, беҙҙә йәшәүсе украин халҡының көнкүреше яҡшы һаҡланыуына аптырау ҡатыш һоҡланыуын да әйтте.
ҡыҫҡаһы, халыҡ-ара күҙәтеүселәр республиканан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайта.

Әйткәндәй

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, Президент һайлауында республикала ике миллион 302 мең 94 кеше тауыш биргән. Был – электораттың 76,38 проценты.
Владимир Путиндың кандидатураһын бер миллион 731 мең 716 (75,28 процент) кеше яҡлаған. Геннадий Зюганов 326 мең 250 (14,18) тауыш йыйған, Владимир Жириновский – 83 мең 704 (3,64), Михаил Прохоров – 83 мең 667 (3,64), Сергей Миронов – 57 мең 329 (2,49).
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә