RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәләргә хөрмәт мәңгелек

09.03.2012 Әсәләргә хөрмәт мәңгелек

Әсәләргә хөрмәт мәңгелек
ҡатын-ҡыҙҙың мәңгелек тәғәйенләнеше әсә булыу, бала бағыуҙыр. Бала-саға тауышынан гөрләп торған йортта ғына нур ҙа , ҡот та бар. Күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙең фекеренcә, улар­ҙың бар бәхете, өмөтө – балалар.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған йөҙҙәре яҙҙай балҡыған әсәләр был көндө Республика йортона ашыҡты. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарҙы „Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы көтә ине.
Бүләкләнеүселәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ – уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хат ташыусылар, ашнаҡсылар, һауынсылар. БР Президенты ҡулынан 60-ҡа яҡын әсә „Әсәлек даны” миҙалы алды.
Залға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы БР Президенты Рөстәм Хәмитов, 8 Март менән ҡотлап: «Күп балалы ғаиләләр­ҙе яҡлау – властарҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе», − тип билдәләне.
«Беҙҙең республика был йәһәттән башҡа төбәктәрҙән күп ыңғай яғы менән айырыла. Баш­ҡортостанда барлығы 34 мең күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Уларға матди ярҙам күрһәтелә, ер бирелә. Әлбиттә, былар ғына аҙ, күберәк ярҙам итергә лә бит, әммә мөмкинлектәр сиклерәк. Иң мөһиме – сабыйҙарығыҙ һау-сәләмәт, уҡырға, белем алырға мөмкинлектәре булһын, лайыҡлы кешеләр булып үҫһен”, − тине ул.
Миҙалдарын ҡулына алған әсәләр үҙ сиратында хөкүмәттең уларға булған иғтибары, әсәлекте, ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса хәстәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтмәй ҡалманы.
Әсәләргә хөрмәт мәңгелек
Баймаҡ районының Йомаш ауылынан килгән Гөлсинә Солтангәрәева менән әңгәмәләшәбеҙ.
− Ирем менән бер малай, дүрт ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ғаиләлә татыулыҡ булғанда, яҡындарың ярҙам иткәндә бала тәрбиәләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Балаларҙы үҫтереүҙә 20 йыл бергә тормош көткән ҡәйнәмдең дә ярҙамы ҙур. Бар ҡыуанысыбыҙ, байлығыбыҙ – балаларыбыҙ”, – ти ул.
Белорет районының Рысаҡай ауылынан килгән Гөлгөнә Әбүбәкерова − биш ул әсәһе. „Үҙемә ярҙамсыға ҡыҙ табам тип, биш бала әсәһенә әйләндем инде”, − тип шаярта ул. − Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, бер генә бала менән сикләнгәндәр күп балалы булыуҙан ҡурҡмаһындар. Балалар бер-береһен ҡарашып үҫә лә китә ул”.
Хәйбулла районының Әлибай ауылынан килгән Дилбәр Кәримова: „Бала бағыу − яуаплы эш. Балаларыбыҙ йортҡа тик шатлыҡ ҡына килтерһен”, − тигән теләктә.
Тантанаға йыйылған республикалағы төрлө милләт әсәләрен бер сифат берләштерә − улар тормош ауырлығына ҡарамай сабый ҙа баға, эшендә фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө лә күрһәтә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә