09.03.2012 Барыһы ла һеҙҙең өсөн
8 Март байрамы алдынан Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Байрам концертына гүзәл зат вәкилдәрен ҡотларға БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе сараның мәртәбәһен тағы ла күтәрҙе.
− ҡатын-ҡыҙҙар иңендә ауыр һәм ҡатмарлы бурыс ята. Тормошобоҙҙа үҙҙәре иңенә төшкән ауыр йөккә лә улар һынмай, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй, ҡатмарлы бурыстарҙы ла хәл итергә ярҙам итә. Уҙған һайлауҙарҙы ғына алайыҡ. Участка, территориаль һайлау комиссияларында, нигеҙҙә, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар эшләне. Һайлаусылар менән эшләү − үтә лә ауыр эш. Ошо ваҡытта гипертоник криз, йөрәк өйәнәктәре менән генә 20 тапҡыр «тиҙ ярҙам» хеҙмәтен саҡырырға тура килгән. Был ваҡытта ла гүзәл зат вәкилдәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы башҡарып сыға алды. Уларға ҙур рәхмәт.
Беҙҙең илдә хәл ителмәгән мәсьәләләр бик күп әле. Был – эшләп етмәүебеҙҙең һөҙөмтәһе. Ике-өс балалы ғаиләләргә ярҙам итергә беҙ әлегә бай түгел. Балалар баҡсаларына балаларҙы урынлаштырыу, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә хәл итәһе байтаҡ мәсьәләләр бар. Миңә лә, бик теләһәм дә, ресурстар, аҡса етмәү сәбәпле, ярҙам итә алмауым үкенесле. Әммә беҙ әкренләп булһа ла тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрһен өсөн, һеҙгә ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалғанда, торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итергә тырышабыҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн кәрәк, хөрмәтле гүзәл заттар. Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ! − тине тәбрик һүҙендә республика етәксеһе.
Байрам һуңынан сараға йыйылыусылар бай йөкмәткеле байрам концертын тамаша ҡылды.