09.03.2012 Өс һөйләм менән
Сибайҙа «Сулпылар» тип исемләнгән яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 210 урынға тәғәйенләнгән, заманса уйын, йоҡлау, аҙыҡ әҙерләү блоктары менән йыһазландырылған. Былтыр был ҡалала урындағы хакимиәт ярҙамы менән ике шәхси балалар баҡсаһы ла сафҡа индерелгәйне.
n Башҡортостанда теркәлгән еңел автомобилдәрҙең һаны 1 миллиондан артып киткән. Машиналарҙың өстән бер өлөшө Өфөлә йәшәүселәргә тура килә – баш ҡалала 344 мең берәмек техника теркәлгән. Шулай уҡ Өфөлә йөк машиналары ла бик күп.
Кисә Башҡортостанға Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты делегацияһы килде, улар беҙҙә 11 мартҡа тиклем буласаҡ. Комитет етәксеһе Торстен Раш (Германия) етәкләгән делегация Өфөләге спорт объекттары менән таныша. Рәсми сәфәр аҙағында 2013 йылда үтәсәк Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын Өфөлә уҙғарыу тураһында килешеү төҙөлөргә тейеш.
Таможня хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, февраль аҙағы – март башында республикаға сәскәләр индереү ҡырҡа арта. Шундай уҡ сәскәләр «һөжүме» август аҙағында ла күҙәтелә. Беҙгә сәскәләр Нидерланд, Эквадор, Колумбия һәм Израилдән килтерелә, ә уларҙың иң популяры − рауза.
Алдан баһалау буйынса, Башҡортостандағы ужымдың 86 проценты ҡышҡы һалҡындарға бирешмәгән. Әммә был һәйбәт күрһәткестең насар яҡҡа үҙгәреү ихтималлығы юғары − ҡарҙың аҙ булыуы арҡаһында баҫыуҙар ҡарҙан әрселә башлаған, ҡапыл һалҡынайтып ебәрһә, ҡышҡы культуралар һәләк буласаҡ. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә яҙғы сәсеү эштәрен атҡарыу өсөн льготалы шарттарҙа яғыулыҡ биреү мәсьәләһе хәл ителә.
Әсекүлдә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы кубогына балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. Унда тамаша ҡылыусыларҙан тыш, илленән ашыу ҡатнашыусы килде. Еңеүселәргә балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡ һатылған магазиндарҙан тауар алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында бәләкәй принцессалар менән опекун-өләсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр. 5 − 8 йәшлек ҡыҙҙар матурлыҡ, талант буйынса көс һынашты, бүләктәр алды. Ә инде ололарға матди ярҙам күрһәтелде, улар өсөн мәҙәни саралар ойошторолдо.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.