06.03.2012 Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын айырым вәкил яҡлаясаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы Законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһында эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы булдырыла. Законда билдәләнеүенсә, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү, был эшмәкәрлекте пропагандалау һәм популярлаштырыу ҙа вәкилдең бурыстарына инәсәк. Уның бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары хоҡуҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә төбәк һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙә ҡатнашыуы ла күҙ уңында тотола.