02.03.2012 Өс һөйләм менән
Эшсе йәштәр араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы финалсылары билдәләнде. 40 конкурсанттың 10-ы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Конкурстың финалы 15 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.
2011 йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 13 процентҡа артҡан. Эш хаҡының минималь күләме 2011 йылдың ғинуарынан 5,5 мең һум тип билдәләнгән. Бынан тыш, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр ике тапҡырға арттырылды, уҡытыусыларҙың эш хаҡы − өстән бер өлөшкә, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 17 процентҡа күтәрелде.
«Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев менән онлайн-конференция үтте. Министр гәзит уҡыусыларҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, яҡын арала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының порталы булдырыласаҡ, унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба аласаҡ.
Башҡортостанда балыҡ тотоу участкаларының һәм балыҡ үрсетеү ятҡылыҡтарының яңы исемлеге раҫланды. Был исемлектә һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи һәм географик характеристикалары ентекләп яҙыла. БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған ҡарарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелгән.
Бүздәк ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса район турниры үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән Бүздәк районы хакимиәте ойошторҙо. Турнирҙа 1998 – 2000 йылдарҙа тыуған 20-нән ашыу спортсы төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.