02.03.2012 Һайлауға килегеҙ!
Илдең иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына бер тәүлек ваҡыт ҡалды.
Йәкшәмбелә Башҡортостанда 3509 һайлау участкаһы тауыш биреүсе граждандар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Барлыҡ һайлаусылар иҫәбе республикала 3 039 061 кеше тәшкил итә. Республикабыҙ халҡы бындай һәр сарала әүҙем ҡатнаша, был юлы ла һәммәһе лә ил яҙмышын билдәләйәсәк тауышын бирер, битараф ҡалмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.
4 март алдынан БР Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге төп ваҡиғаға әҙерлек хаҡында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә һөйләне. Ошо темаға арналған матбуғат конференцияһында комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Наилә Алтынова, комиссия секретары Марина Долматова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, беҙҙә участкаларға ҡуйылған 3467 веб-камераның барыһы ла тикшерелгән, эштә һыналған.
Һәр ваҡыттағыса, һайлаусылар өсөн «ҡыҙыу линия» булдырылған – 8-800-347-54-54 телефоны эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ғаса, 4 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә.
Декабрь һайлауҙарындағы кеүек үк, Башҡортостанға халыҡ-ара күҙәтеүселәр килде. Швециянан Ханс Биргер Нареског әфәнде менән Литванан Людмила Блинова Президент һайлау барышын контролдә тота. Тағы ла ҡаҙағстандан – биш күҙәтеүсе, Украинанан – икәү, Белоруссиянан бер вәкилдең килеүе көтөлә.
ҡала, район, ауыл берәмектәре советтарына депутаттар һайлау ҙа шулай уҡ мөһим сара. Республикала 114 урындағы һайлау кампанияһы эшләй. Барлығы 721 мандатҡа 1864 кандидат дәғүә итә.