RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса, илде үҫтереп булмаясаҡ

02.03.2012 Ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса, илде үҫтереп булмаясаҡ

Ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса, илде үҫтереп булмаясаҡ
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы форумында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Аграр сектор − Рәсәйҙә халыҡ хужалығының иң эре һәм төп тармаҡтарының береһе. Әммә магазин кәштәләрен башҡа илдәрҙә етештерелгән һөт, ит ризыҡтары, сит тупраҡта үҫкән картуф-кишер биләй. Был үҙ продукциябыҙҙы таратыу селтәренең насар үҫешкәнен асыҡ күрһәтә. 27 − 28 февралдә Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы форумында ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Унда илдең төрлө төбәгенән 800-гә яҡын делегат ҡатнашты. Сараның икенсе көнөндә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин һәм Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашты.
Тәүге көндә төрлө йүнәлеш буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр булды. Биш ултырышта белгестәр агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы биләмәләрен, кооперация һәм бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереү, агрокомплексты яңыртыу, ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙең хоҡуҡи мәсьәләләре һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай бинаһында “Кредитлау, лизинг һәм агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу” темаһына һөйләшеү булды. Уны “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Назаров алып барҙы. Унда Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкылары вәкилдәре, агросәнәғәт хужалыҡтары етәкселәре, аграр уҡыу йорттары ректорҙары һәм башҡа ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашты. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Фәнни-технологик сәйәсәт һәм мәғариф департаменты директоры Вя­чеслав Нунгезер ошо өлкәлә уңыштарға өлгәшеү, дәғүәселек һәләтен күтәреү өсөн ниндәй алымдарҙы ҡулланырға кәрәклеге хаҡында һөйләне. “Рос­сельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Кирилл Левин банкының кредит һәм лизинг буйынса эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ төрлө төбәктәрҙең ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре үҙҙәренең эш алымдары менән уртаҡлашты.
Ә бына “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ойошторолған “Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын һәм ауылда кооперацияны үҫтереү” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә агросәнәғәт комплексының үҫеш юлы, ауыл хужалығы тармаҡтарына дәүләт ярҙамы, уларҙы юғары һәм урта махсус белемле кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде.
Был сарала Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Петриков ҡатнашты. “Ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса, уларҙы үҫтермәйенсә, илебеҙҙе һаҡлау мөмкин түгел. Проб­лемалар, үкенескә күрә, әле бик күп. Бының өсөн ауылды үҫтереү программаларын ресурс­тар менән тәьмин итеү сығанаҡтарын бергә тупларға кәрәк. “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы менән бер рәттән, Рәсәй субъекттарында ла бындай программаларҙың булдырылыуын көтәбеҙ”, − тине ул. Бөгөн ауылдарҙа төҙөлөш алып барыуға, төҙөкләндереүгә ярҙам итеү саралары сиктәрендә утыҙ бер пилот проекты тормошҡа ашырыла икән, шуларҙың ун бише тамамланған. “Ауылды 2013 йылға тиклем социаль үҫтереү” федераль программаһы әле уңышлы тормошҡа ашырыла. Тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт программалары булыуы ауыл хужалығы кооперацияһы системаһының үҫешенә булышлыҡ итә.
Бөгөн Рәсәйҙә ауыл хужалығы еренең 40 проценттан ашыуы маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмай. Ил өсөн ошо ерҙең “эшләүе”, халыҡты туйҙыра алыу һәләтенә эйә булыуы мөһим. Ошо мәсьәләгә арнал­ған һөйләшеүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһының Аграр мәсьә­ләләр буйынса комитеты рәйесе Николай Панков сығыш яһаны. “Был өлкәләге хоҡуҡи проблемаларҙы хәл итеү агросәнәғәттең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк”, − тине ул. Һуңғы йылдарҙағы ыңғай күренештәрҙе телгә алмау мөмкин түгел. Мәҫәлән, 2011 йылдан быға тиклем файҙаланған ауыл хужалығы ерҙәрен милек итеп теркәүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә, уларҙың ҡайһы бер сығымдары бюджеттан субсидиялана.
Икенсе көндә “Башҡортостан” ҡунаҡханаһында Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник ҡатнашлығында брифинг үтте. Унда Рәсәй Һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко ла ҡатнашты.
Елена Скрынник илдә эшләп килгән ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар менән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙың мөһимлеген билдәләне.
“Башҡортостандағы ауыл хужалығы етештереүселәре ваҡлап сауҙа итеүсе компанияларға тауарҙарын үҙҙәре тәьмин итәсәк, − тип белдерҙе ул. – Сауҙа итеүсе предприятиеларға туранан-тура сифатлы продукция һатырға мөмкинлек биреү – төп маҡсатыбыҙ. Етештереүсе менән һатыусыны аралашсыһыҙ яҡынайтыу һәр кем өсөн дә отошло”. Тимәк, ҡулланыусылар үтә ҡиммәт булмаған хаҡҡа үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Андрей Даниленко әйтеүенсә, дәүләт программаһын бойомға ашырыу барышында республикала тиҙҙән махсус логистик селтәр төҙөләсәк. Был үҙәк урындағы етештереүселәрҙән ауыл хужалығы продукцияһын һатып алып, төбәк һәм федераль баҙарҙарға алып сығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәт өсөн хаҡ 5 − 6 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Бөтә Рәсәй аграр форумының пленар өлөшө, шулай уҡ иң тулҡынландырғыс мәле Кон­гресс-холда булды. Унда Владимир Путин ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, был сараның мөһимлеген билдәләп, иҡтисади йәһәттән ауыл хужалығын йыһан технологияларын етештереү һәм машиналар эшләү кеүек тармаҡтар менән бер тиң стратегик йүнәлеш тип атаны. Ул ауыл хужалығының ҙур перспективалары булыуын, был өлкәлә юғары технологияларҙы индереү мөмкинлеге ҙур, тигән фекер белдер­ҙе. “Был өлкәгә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, был эш артабан да дауам итәсәк. Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса талап көслө буласаҡ. Ватан етештереүсеһенә ярҙам күрһәтергә, ауылға йәштәрҙе йәлеп итергә, ауылдың социаль инфраструктураһын яҡшыртырға кәрәк. Ярҙам ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ла күрһәтелергә тейеш”, – тине Владимир Владимирович.
Владимир Путин 2006 йылдан Рәсәйҙә агросәнәғәт комплексына инвестициялар күләме бер ярым триллион һумдан артыуын билдәләне. Был ресурстар илдең иҡтисадын нығытыуға ҙур өлөш индергән.
2012 йылда аграр тармаҡты үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 170 млрд һум аҡса бүленәсәк. Ә бына ауыл хужалығы предприятиелары өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарына 30 процент ташлама яһаласаҡ. Форумда шулай уҡ Рәсәй аграрийҙары Владимир Путинға борсоған һорауҙарын, тәҡдимдәрен әйтте. Үҙ төбәгенең губернаторҙарына, һалымдарға зарланыусылар ҙа булды.
Ғөмүмән, форум эшлекле шарттарҙа үтте. Сара барышында Башҡортостан етештереүселәре менән биш тиҫтәнән ашыу килешеү төҙөлдө. 2008 − 2012 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының нисек тормошҡа ашырылғанына йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ һигеҙ йылға иҫәпләнгән яңы дәүләт программаһы проекты әҙерләнде.
Был сара ауыл хужалығы өлкәһен яңы кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәйек.
Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә