28.02.2012 Бөтә Рәсәй аграрийҙары Өфөгә йыйылды
Кисә Өфө ҡалаһында Бөтә Рәсәй аграр форумы асылды. Унда Рәсәй төбәктәренән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Сарала аграр тематикаға ҡағылышлы бөтә мәсьәләләр ҙә ҡараласаҡ, шулай уҡ ауылдағы социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп проблемалары тикшереләсәк.
Форум сиктәрендә РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник 2013 – 2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы буйынса «түңәрәк өҫтәл» үткәрә. Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашлығында форумдың пленар ултырышы Конгресс-холда үтте.
Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы һәм Конгресс-холдағы күргәҙмәләрҙә Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән тауарҙар экспозицияһы тәҡдим ителә.