28.02.2012 Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Мәскәүҙең «Лужники» стадионына 130 меңләгән кеше йыйылды. РФ Хөкүмәте Премьер-министрына теләктәшлек белдереп, илдең 80 төбәгенән делегаттар килде.
Беҙҙең республика бындай акцияларҙан ситтә ҡала буламы?! 200-ләп кеше ихлас күңелдән Мәскәүгә юлланды. Улар араһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар, йәштәр лидерҙары бар ине. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, власть партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, «Йәш гвардия» активистары ла Рәсәй буйынса йыйылған халыҡ араһында булды.