24.02.2012 Хәрби батырлыҡтары өсөн – машина
Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отряды хәрбиҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда РФ Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре баш командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Александр Бутин 17 яугирға «Хәрби берҙәмлек өсөн» һәм «Хәрби фиҙакәрлек өсөн» миҙалдарын, биш кешегә «Лада – Приора» автомобилдәрен тапшырҙы.
Уның белдереүенсә, 1994 йылдан алып бындай наградаға 26 мең хәрби лайыҡ булған, 105 кешегә Рәсәй Геройы исеме бирелгән.
Автомобиль тапшырыу РФ Эске эштәр министрлығының «Хәтер бурысы» Бөтә Рәсәй мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә үткәрелә. Унда хәрби бурысын үтәгәндә ауыр яралар алған хәрбиҙәр бүләкләнә. Өр-яңы автомобилдәргә был көндө махсус тәғәйенләнештәге төркөм командиры урынбаҫары Антон Егоренков, өлкән сапер Филүз ҡансурин, снайперҙар Олег Сергучев менән Вадим Сафин, санинструктор Владимир Иордан эйә булды. Улар разведка төркөмдәре составында булғанда боевиктар ҡуйған шартлатҡыстарға эләгеп, ауыр яраланған, әммә иптәштәренең ғүмерен һаҡлап, ҡуйылған бурысын намыҫ менән үтәгән.