RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ватан һаҡсыһына ихтирам көнө

24.02.2012 Ватан һаҡсыһына ихтирам көнө

Ватан һаҡсыһына ихтирам көнө
Баш ҡаланың Конгресс-холында Ватан һаҡсылары көнөнә арнал­ған тантана уҙҙы. Унда БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республиканың дәүләт органдары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби конфликттар ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби уҡыу учреждениелары курсанттары, хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
– Был көн оло быуын кешеләренең батырлығына баш эйеү, ихтирам, илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереү көнө, – тине, һүҙ алып, Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан халҡы Рәсәйгә һәр ваҡыт тоғро хеҙмәт иткән. Быйыл илебеҙ 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләй. Беҙ «төньяҡ амурҙары» хаҡында ла яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Улар үҙ ҡыйыулығы менән француздарҙы таң ҡалдырған. Һәр заманда ла шулай булған. Бөгөн дә илгә көслө, хәрби әҙерлекле армия кәрәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан егеттәрен һәр хәрби часта көтөп алалар. Бөгөн беҙҙең 13 меңләгән йәш һалдатыбыҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Контракт буйынса ла туғыҙ меңдән ашыу кеше хеҙмәткә алын­ған. Былтыр Үҙәк хәрби округтың 29 субъекты араһынан әрмегә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостандың Хәрби комиссариаты иң яҡшыһы тип табылған.
Республика эҙәрмәндәре тураһында ла әйтмәй үтеү яҙыҡ булыр. БР Прези­денты һүҙҙәренсә, һуңғы тиҫтә йылда улар 50-ләп экспедиция ойоштор­ған, 900-ҙән ашыу һалдат һәм офи­цер­ҙың һөлдәһе ҡалдыҡтарын тапҡан. Архивта эшләп, хәбәрһеҙ юғалған өс меңдән ашыу хәрбиҙең яҙмышын асыҡлауға өлгәшкән. Әлбиттә, был көндө йылдан-йыл һирәгәйә барған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла онотолмай.
Республиканың Хәрби комиссары Анатолий Балтинский билдәләүенсә, беҙҙә һәр ғаилә тиерлек армия менән бәйле – кемдер хеҙмәт иткән, кемдер фронтта һәләк булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә