RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика башлығына көнүҙәк һорауҙар менән – туранан-тура

21.02.2012 Республика башлығына көнүҙәк һорауҙар менән – туранан-тура

Республика башлығына көнүҙәк һорауҙар менән – туранан-тура
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Вся Уфа” телеканалы аша халыҡ менән аралашты
Тура эфирҙа ике сәғәт дауамында Президент төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, халыҡтың теләк-тәҡдимдәрен тыңланы. Эфир башланыр алдынан уҡ меңләгән һорау әҙер ине инде. Түбәндә – иң әһәмиәтлеләренә байҡау.

Баш ҡалаға – тағы бер парк

«Тура бәйләнеш» баш ҡала телеканалынан барыу сәбәпле, Өфө урамдары, ихаталары хаҡында һорауҙар етерлек булды.
Көньяҡ биҫтәһендә йәшәгән һәм унда парк кәрәклеге тураһында әйткән телевизор ҡараусыға яуап итеп, Рөстәм Хәмитов, был тәҡдимгә ҡуш ҡуллап риза булыуын, шәмбе өмәләренә лә бергә сығырға әҙерлеген еткерҙе. Әгәр парк яһарға меңдән бер булһа ла мөмкинлек бар икән, тимәк, уны бойомға ашырырға була. Бынан тыш, Президент белдереүенсә, ул паркта балалар өсөн ҡыҙыҡлы бер урын да әҙерләргә кәрәгәсәк. Мәҫәлән, роликтарҙа йөрөргә, йә ҡышын – конькиҙа. Бында мотлаҡ велосипед юлдары, йәштәр өсөн велотрамплиндар төҙөүҙе лә ҡарарға кәрәк.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү, балаларға уйын майҙансыҡтары булдырыу ҙа бөгөн көн үҙәгендә торған мәсьәлә. Тап шуның буйынса программа бойомға ашырыла. Бюджеттан ошо маҡсатта байтаҡ аҡса бүленгән, быйыл да әлеге йүнәлештә эш дауам итәсәк.
Әҙ генә түҙемлек кәрәк. Барыһы ла буласаҡ, тип тынысландырҙы тамашасыларҙы Президент.
Әйткәндәй, Ғафури паркында ҡышҡы стадион төҙөү ҡаралған, шулай уҡ экстремаль күңел асыу урындары ла булдырыласаҡ.

Иғтибар үҙәгендә − табиптар һәм уҡытыусылар

Ошо тармаҡта ниндәй эш алып барылыуын белешкән тамашасыға Рөстәм Хәмитовтың яуабы түбәндәгесә булды:
− Бөгөн республикала социаль торлаҡ төҙөү буйынса ҙур программа ғәмәлгә ашырыла башланы. Һәр район һәм ҡала төҙөлөш өсөн бушлай ер участкаһы биреү йәһәтенән үҙенең урындағы ҡарарын ҡабул итергә тейеш. ҡала ер бирә, республика бюджет ресурстарына коммуникациялар үткәрә. Был торлаҡтың квадрат метрын 20 − 22 мең һумға тиклем төшөрөргә мөмкинлек бирәсәк.
Әлбиттә, 10, 12, 14 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы менән был да ҡиммәткә төшә. Шуның өсөн республика ҡалаларында һәм Өфөлә социаль аренда өсөн дә торлаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Уҡытыусылар менән табиптар ғәҙәти фатир хаҡына тигеҙ булған хаҡҡа фатир­ҙы ҡуртымға алып тора аласаҡ. Был торлаҡ кеше бюджет тармағында эшләгән ваҡытта уға беркетеләсәк. Быйыл 35 − 40 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөүҙе күҙаллайбыҙ.

ҡунаҡтарға күрһәтер урындарҙы арттырыу мотлаҡ

Президент белдереүенсә, баш ҡалаға күптән яңы һәйкәлдәр кәрәк. Байтаҡтан бирле Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Михаил Нестеров кеүек шәхестәргә һәйкәл ҡуйыу тураһында һүҙ бара.
− Беҙ быйыл уҡ вокзал майҙанында ошонан һуғышҡа китеүселәргә арналған һәйкәл ҡуйыуҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ, – тине Р. Хәмитов. − Әсәгә һәйкәл хаҡында ла тәҡдим бар.
Шуныһы ла билдәле – Өфөгә, дөйөм алғанда, республикаға экскурсия маршруттары етмәй, экскурсоводтар ҙа юҡ кимәлендә. Президент та ошо хаҡтағы фекерен әйтте. Баш ҡалабыҙ менән таныштырыуға килгәндә лә әҙерлекле маршрут юҡ, тине ул. Салауат һәйкәле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Каруанһарай, Октябрь проспектында бер нисә генә туҡталыш. Башҡа ҡалаларыбыҙҙа ла ошо уҡ хәл. ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итерлек тәбиғи гүзәллектән тыш, кеше ҡулы менән булдырылған матур, иҫтәлекле урындар, ысынлап та, кәрәк.

Балалар баҡсалары һәм демографик “соҡор”

− 2011 йылда балалар баҡсаларында яңы 11,5 мең урын булдырыуға өлгәшелде, − тине Рөстәм Хәмитов, − бер урын булһын өсөн 500 меңдән миллионғаса һум аҡса кәрәк. Республика ошо маҡсатҡа биш миллиард һум аҡса бүлә.
2013 йылда ла балалар баҡсалары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ, тик һуңынан беҙҙе “демографик соҡор” көтә. Президент һүҙҙәренсә, был хәл 80-се йылдар аҙағында – 90-сы йылдар башында тыуған йәштәрҙең ғаилә ҡороуына бәйле. Тап шул осорҙа илдә тыуым кимәле түбәнәйгән, тимәк, өйләнешеүселәр ҙә күп булмаясаҡ. Тап ошо сәбәпле, 2014 йылда дәррәү рәүештә балалар баҡсалары төҙөү туҡталып торасаҡ.

“Өләсәйем дауалау һәләтенә эйә ине…”

Президентҡа сираттағы һорау үҙенсәлекле булды:
− Башҡортостанда шифалы үләндәр бик күп, уларҙы фармацевтикала ҡулланыу йә Өфөлә шундай сәнәғәт булдырыу мөмкинме?
− Минең өләсәйем тирә-яҡта билдәле дауалаусы булды. Ул быуын ултыртты, үлән менән дауаланы, ҡатындарға бала табыр­ға ярҙам итте, − тип башланы яуабын Президент. − Миңә лә ошо һәләтенең бер өлөшө күскән. Дарыу үләндәрен белеү медицина йәһәтенән түгел. Өләсәйемдең биоҡыры көслө ине, ул кешеләрҙе тынысландырыу һәләтенә лә эйә булды. Мин дә нимә эшләргә, нисек эшләргә инандыра алам.
Файҙалы үләндәр барлығын, күплеген яҡшы беләм. Уларҙы фармацевтикала ҡулланыу ҡы­ҙыҡлы проект булыр ине. Беҙҙә кеше аяғы баҫмаған тиерлек, экология йәһәтенән тап-таҙа ерҙәр ҙә бар.

“Алкоголь ҡулланмайым”

Рөстәм Хәмитовҡа шәхси тормошона ҡағылған һорауҙар ҙа бирелде. Мәҫәлән, бер блогер унан рәсми сараларҙа алкоголде тыйыусы Рәсәй төбәктәренән беренсе етәксе булырға теләмәйме икәнлеген һорашты.
− Мин алкоголь ҡулланмайым. Был турала барыһы ла яҡшы белә. ҡайҙа барһам да, эске мәжлесе ойошторолмай, берәү ҙә бер нәмә лә тәҡдим итмәй. Мин эсмәгәс, береһе лә эсмәй. Власть эше шундай – иғтибар, көс туплар­ға кәрәк, ә алкоголь – ҡамасаулай, − тип яуапланы Президент.

Президентҡа һайлауҙар тура­һында, иҡтисадҡа ҡағылышлы, етем балаларға фатир биреү, инвалидтарға иғтибар кеүек көн үҙәгендә торған һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр булды.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.[b][/b]










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә