RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

21.02.2012 Донъя яңылыҡтары

Тайландта Рәсәй гражданы ҡулға алынған
Ул мутлыҡ ҡылыусы кибер-банда ағзаһы булыуҙа ғәйепләнә.
Уның менән бергә ике африкан – Нигерия һәм Мозамбик гражданы тотол­ған. Улар Лаос ҡалаһында йәшәүсе бер ханым менән, үҙҙәрен, йәнәһе, Америка адмиралы тип таныштырып, мөхәббәт хаттары яҙыша. Хатта кейәүгә сығырға тәҡдим итеп, тиҙ арала килеп алырға вәғәҙәләйҙәр. Һүҙ араһында ул Ираҡта хеҙмәт иткәне өсөн тейеш булған 2 миллион доллар аҡсаһының һаман килеп етмәүенә зарлана. Шуға күрә ҡәҙерлеһе янына яҡын арала килә алмаясағына бик бошона. Ғашиҡ ҡатын-ҡыҙ уға ярҙамға ашыға – 700 мең долларын һә тигәнсе һөйгәненең иҫәбенә күсерә. Һәм уны көтә башлай...
Ғәҙәттәге сценарий буйынса, алдаҡсылар юҡҡа сыға. Әммә полиция уларҙың эҙенә бик тиҙ төшә. Бөгөн яҡташыбыҙҙың был кибер-бандалағы роле асыҡлана.

Европала ығы-зығы тынмай

Грецияның баш ҡалаһында социаль партия, профсоюз һәм йәштәрҙең меңләгән протест акцияһы полиция менән алышҡа әүерелгән.
Демонстранттар тәртип һаҡсыларына таш ырғыта, пиротехника ташлай. Ә улар, яуап итеп, күҙ йәшен сығарыусы газ ебәрә. Һөҙөмтәлә бер кеше яралана, алтмышы ҡулға алына. Халыҡтың ризаһыҙлығы Евросоюздың илдә яңы бюджет ҡыҫҡартыуы булдырырға ниәтләүенә бәйле.
Ә бына Испанияның 57 ҡалаһы халҡы, йәғни 1 миллиондан ашыу кеше хеҙмәт законындағы үҙгәрештәргә ҡарата ризаһыҙлығын белдергән. Был – илдә һуңғы 25 йыл эсендә рекордлы күләмдәге ҙур протест акцияһы. Мадридта ғына митингыға сығыусыларҙың һаны биш йөҙ мең кешенән ашҡан. Профсоюз лидерҙары фекеренсә, Хөкүмәт ҡабул иткән яңы ҡарар эшләүсе испандарҙың өстән ике өлөшөнөң хәлен ҡырҡа ауырлаштырасаҡ, сөнки улар эштән киткән осраҡта, компенсация бик әҙ түләнәсәк.

Әфлисун «һуғышы»

Италияның Ивреа ҡалаһында йыл да үткәрелгән традицион әфлисун «һуғышы» булған.
Унда донъяның төрлө мөйөшөнән килгән меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. «Снарядтар» һәр кемгә еткән – урындағы халыҡ был емеште арба-арба килтереп торған.

Рус теленән баш тарттылар

Латвияла рус теленә икенсе дәүләт теле статусын биреү-бирмәү мәсьәләһе буйынса референдум уҙғайны.
Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре әйтеүенсә, халыҡтың 75 проценты быға ҡаршы сыҡҡан. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Александр Лука­шевич белдереүенсә, ул республиканың кәйефен тулыһынса асып бирмәй. Сөнки ике миллион халҡы булған төбәктә йәшәүсе 320 мең рус кешеһенә референдумда ҡатнашырға рөхсәт бирмәгәндәр.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә