17.02.2012 Октябрь проспектында ике ер аҫты юлы төҙөләсәк
«Ер аҫты йәйәүлеләр юлы «Дан бульвары» һәм «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталыштарында барлыҡҡа киләсәк», − тип белдерҙе ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк.
Унан тыш, «Мир» фирмаһы», «Актерҙар йорто», «Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты» туҡталыштарында ла ер аҫты юлдарын төҙөү буйынса проекттар әҙер. Йөрөргә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы иҫәпкә алып, уларға кәрәкле төҙәтмәләр индерелгән.
Әлеге ваҡытта Өфө – аэропорт трассаһындағы Металл базаһы һәм «Ял» кафеһы, шулай уҡ Менделеев урамындағы Күргәҙмәләр үҙәге тапҡырында ер өҫтө юлы төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Улар буйынса проект эшләнә.
Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары сатында, ҡала хакимиәте йорто ҡаршыһында эксперименталь рәүештә водителдәр өсөн таймерлы светофорҙар ҡуйылған. Хәҙер автомобилселәр нисә секундтан ҡыҙыл светофор янғанын күрә һәм үҙ хәрәкәтен координациялай ала. Владимир Дмитрюк белдереүенсә, водителдәр был яңылыҡҡа ыңғай ҡарай, хатта юл-транспорт фажиғәләре лә һирәгәйә төшкән. ҡалала ошондай светофорҙарҙы ҡуйыу артабан да дауам ителәсәк.