17.02.2012 Волга буйының иң “асыҡ” етәксеһе беҙҙә
“Милли мониторинг хеҙмәте” менән ”Бойондороҡһоҙ сәйәси тикшеренеүҙәр институты” ғинуар айына ил төбәктәре башлыҡтарының рейтингын төҙөгән.
Исемлекте төҙөүҙә мәғлүмәти асыҡлыҡ коэффициенты иҫәпкә алынған. Аналитиктар төбәк башлығының тулы йә өлөшләтә сығыштарын яҙған мәҡәләләр һанын уның исемен телгә алған мәҡәләләр һаны менән сағыштырған. Рәсәй буйынса иң “асыҡ” етәксе – Вологда өлкәһе губернаторы Олег Кувшинников. Иң “йәшерен” башлыҡ – Свердловск өлкәһенеке.
Башҡортостан Президенты иһә – Волга буйы федераль округында иң асығы. Ил буйынса Рөстәм Хәмитов 14-се урында.