17.02.2012 Төп мәсьәлә – һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Рәсәйҙең демография сәйәсәтен бойомға ашырыу һәм һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу буйынса төбәк программалары мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмә уҙғарҙы. Был сарала Башҡортостан Президенты ла ҡатнашты. Кәңәшмәлә тыуымды күтәреү, үлемде кәметеү юлдары, ағымдағы йылда һаулыҡ һаҡлау тармағында көтөлгән модернизация хаҡында күҙаллауҙар, фекерҙәр, тәҡдимдәр булды.
Башҡортостанда 2025 йылға тиклем демография сәйәсәте концепцияһы раҫланған. Һуңғы осорҙа республикала демографик хәл-торош яҡшыра бара тиергә мөмкин: тыуым күрһәткесе (2011 йылда 1000 кешегә – 13,7 бала) үлемдән (1000 кешегә – 13,4) юғарыраҡ. Тәбиғи артыу күҙәтелгән.
Ә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуға килгәндә, 2011 – 2012 йылдарҙа ошо маҡсаттағы республика программаһын бойомға ашырыу өсөн 15,5 млрд һум аҡса бүлеү күҙалланған, былтыр ошо сумманың яртыһы тиерлек үҙләштерелгән.
Беҙҙә әлеге системала иң төп проблема – кадрҙар етешмәүе. Бөгөн ауыл еренә 1280 табип кәрәк. Был хәлде «Земство докторы» тип аталған проект яҡшыртырға тейеш, тигән өмөт бар. Шуға ярашлы ауылға эшкә барған йәш белгес федераль бюджеттан бер миллион һум аҡса аласаҡ. Бынан тыш, һәр береһенә 100-әр мең һум аҡсаны республика бюджеты бүлә. Был матди дәртләндереү йәш белгестәргә булышлыҡ итеүсе төбәк программаһына ярашлы атҡарыла. Проектта ҡатнашырға 215 кеше теләк белдергән дә инде.
Башҡортостан Президентының айырым категория граждандарын медицина препараттары менән тәьмин итеү буйынса уҙғарған кәңәшмәһе лә Яр Саллыла үткән сараға ауаздаш булды.
2012 йыл башланып ҡына торған көндәрҙә льготалы шарттарҙа дарыуҙар алыусылар препараттарҙың үҙ мәлендә килмәүен белдергәйне. Был уларҙы һатып алыуҙың тейешенсә ойошторолмауы тураһында һөйләй. Республикала өҫтәмә ташламалар менән файҙаланыусы 306 мең кешене тәьмин итеүгә 511 миллион һум аҡса бүленгән. Президент тиҙ арала проблеманы хәл итеү яйын табырға ҡушты.