17.02.2012 Өс һөйләм менән
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында тормошҡа ашырылған эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат ҡотләхмәтов уның рәйесе итеп тәғәйенләнде. Совет составына шулай уҡ БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә инде.
Быйыл Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть һәм 424 млн кубометр газ сығарыу планлаштырыла. 2011 йылда был күрһәткес 14,4 млн тоннаға һәм 494 млн кубометрға тиң булған. Республикабыҙ территорияһында әлеге мәлдә барлығы 202 ятҡылыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 163-ө эшкәртелә.
Өфө ҡалаһында ямғыр һыуы канализацияһы төҙөлә башлаясаҡ. Канализацияны файҙаланыуға тапшырғандан һуң ямғыр һыуҙары таҙартыу ҡоролмаларына йүнәлтеләсәк һәм таҙартылғандан һуң ғына йылғаға ағыҙыласаҡ. Канализация төҙөү өсөн 100 млн һум аҡса бүленәсәк.
РФ Тәбиғәт ресурстары министрлығы хайуандар донъяһына килтерелгән зыянды һанауҙың яңы методикаһын булдырған закон ҡабул итте. Әгәр ҙә ҡырағай хайуан ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәте булһа, матди яуаплылыҡ водителгә түгел, ОСАГО полисы биргән страховкалау компанияһына төшәсәк. Ә бына «ҡыҙыл китап»ҡа ингән хайуандарҙы атыусыларға штраф күләме арттырылды, мәҫәлән, мышының ғүмерен ҡыйған өсөн − 40 мең, айыу өсөн − 30 мең, ҡабан өсөн 15 мең һум түләргә тура киләсәк.
Башҡортостан Республикаһының элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин Башҡорт дәүләт университетының тәрбиә эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнде. Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ул студенттарҙы социаль тәьмин итеү, тәрбиә эштәре, мәҙәни эшмәкәрлек мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ. Әйткәндәй, Александр Никерин БДУ-ла ун йыл дауамында физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләгәйне.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.