14.02.2012 «Ғәҙеллек төҙөү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт»
Владимир Путиндың бишенсе мәҡәләһе тап шулай атала. Рәсәй – социаль дәүләт, тип башлаған сығышын Премьер-министр. Һуңғы йылдарҙа бюджет сығымдарының социаль тармаҡҡа күберәк тотонолоуын да телгә алған. Был иҫәпкә көрсөк йылдарында бер генә социаль гарантияның да юҡҡа сығарылмауы, пенсия һәм бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡтары артыуын индерергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек тә белдерә. Беҙҙә социаль сәйәсәт бер нисә йүнәлештә эшләй. Иң тәүге сиратта теге йәки был сәбәптәр буйынса үҙенә йәшәү өсөн аҡса эшләй алмағандарға булышлыҡ итеү.
Владимир Путин уңыштар барлығын да иҫәпкә ала, шулай ҙа бөгөн проблемалар һәм уларҙы нисегерәк хәл итеү тураһында яҙа. Артабан Премьер уларҙы һанап сыға, тәҡдим-фекерҙәрен әйтә. Түбәндә – уларҙың иң мөһимдәре.
«Беренсенән, күп граждандар һөнәри белемдәрен файҙалана, лайыҡлы хаҡ түләнгән эш таба, карьера эшләй алмай. Үкенескә күрә, мәғариф системаһынан башлап «социаль лифт»тар насар эшләй. Был һуңғы йылдарҙа бигерәк ныҡ беленә.
Икенсенән, Рәсәйҙең һәр һигеҙенсе кешеһе рәсми ярлылыҡтың теге яғында, йәғни фәҡирлек яғында йәшәй.
Өсөнсөнән, яңы быуаттың тәүге ун йыллығында уртаса ил ғаиләһенең мөмкинлектәре һәм ихтыяждары үҙгәрҙе. 10 – 12 йыл ғына элек фәҡирлеккә күбеһенсә пенсионерҙар төшөүе тураһында һүҙ бара ине, әле халыҡтың төп массаһы тиерлек бөтөнләй икенсе төрлө ихтыяждар хаҡында талаптар ҡуя. Бюджеттан мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе күпме генә аҡса алмаһын, был тармаҡта сифатһыҙлыҡ ҡала килә. Хатта көсләп түләүле итеү тигән нәмә бара.
Дүртенсенән, хеҙмәткә яраҡлы граждандар иҫәбе етеҙ кәмегән, өлкән йәштәгеләр иһә артҡан саҡта социаль сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһе киҫкен тора.
Владимир Путин шулай уҡ һәр һөнәр эйәһенең үҙ потенциалын ҡулланыу, үҫеү өсөн «урын йә юл» табырға тейешлеген дә телгә ала.
Эшҡыуарлыҡ тармағында был бигерәк тә кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Путин түбәндәгене тәҡдим итә: «2012 йылдың аҙағынаса хөкүмәт эшҡыуарҙар һәм профессиональ ассоциациялар менән берлектә, илдең алдынғы университеттарын да ҡушып, профессиональ стандарттарҙы үҫтереү, шул ассоциациялар ағзаларының асыҡ мәғлүмәттәр базаһын төҙөү планын булдырырға тейеш. Һәр илдә уҡытыусылар, табиптар иң ижади класс нигеҙе генә түгел, ә йәмғиәттең тотороҡло үҫешен күрһәтеүселәр ҙә. Шуға ла беҙ ошо ике тармаҡтың һөҙөмтәлелеген мотлаҡ күтәрәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр береһенә эш хаҡын механик рәүештә күтәреү ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Бында хеҙмәткәрҙең оҫталығын, һөнәри ҡаҙаныштарын иҫәпкә алыу кәрәк. Сентябрҙән дәүләт вузы уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡы артасаҡ – төбәк буйынса уртаса эш хаҡы күләменә еткереләсәк. 2013 – 2018 йылдарҙа иһә уны тағы ла арттырыу күҙаллана. Ғөмүмән, әлеге ике тармаҡтың урта класс педагогтары ла, медицина персоналы ла ситтә ҡалдырылмаясаҡ.
Яҡын йылдарҙа эшләргә, белем алырға теләгән һәр инвалидҡа ярҙам итеүсе система барлыҡҡа килтереү зарур.
Владимир Путин үҙенең мәҡәләһендә пенсиялар менән социаль ярҙам да онотолорға тейеш түгеллегенә баҫым яһай.
«Ғаиләләрҙең 60 проценты дәүләт түләүҙәре, льготалар менән файҙалана. Пенсияны күтәрергә лә мөмкинлек таптыҡ. Дәүләт икенсе һәм унан артабанғы бала тыуыуы менән ғаиләгә булышлыҡ итә. «Әсәлек капиталы» тәүге һөҙөмтәләрен бирә башланы – тыуым арта. Әлбиттә, йәш ғаиләнең проблемалары етерлек. Төбәктәр ҙә үҙ халҡына ярҙам итер тип ышанам.
Пенсиялар артабан да үҫәсәк. Мин пенсияға сығыу йәшен арттырыуға ҡаршы. Шулай ҙа пенсияға сығып та эшләргә теләүселәргә, яҡшы эш хаҡы алған осраҡта, пенсия түләүҙе кисектереп тороу яҡлымын. Әммә артабан был пенсияһы юғары буласаҡ.
Мәғариф менән мәҙәниәт тармағы системаһы ла яңы ваҡыт талаптарына тура килергә тейеш. Хатта уларға милли әһәмиәттәге мәсьәлә тип ҡарарға кәрәк.
Беренсе бурыс – яҡын йылдарҙа балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү. Икенсеһе – белем алғанда социаль тигеҙлекте тәьмин итеү. Өсөнсөнән, өҫтәмә белем биреүҙе тергеҙеү. Дүртенсенән, мәктәп эшендә алым һәм программаларҙы яңыртыу. Стипендия түләү тирәләй ҙә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Ә БДИ системаһын камиллаштырыу тағы ла нығыраҡ иғтибар талап итә.
Мәҙәниәткә килгәндә, дәүләт иң беренсе музейҙар, театрҙар, китапханалар, ижади клубтар эшенә иғтибар бирәсәк. Айырыуса бәләкәй ҡалаларҙағыһына. Ижадсыларға, бигерәк тә йәш ижадсыларға гранттар ҙур дәртләндереү буласаҡ».
Владимир Путиндың әлеге мәҡәләһендә һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ кеүек көн үҙәгендә торған мәсьәләләргә лә урын бирелгән. Шуныһы яҡшы – Премьер-министрыбыҙ ипотеканың, ғөмүмән, торлаҡтың уғата ҡиммәт булыуын аңлай, күптәрҙең һәр ваҡыт «сумаҙан кәйефе» менән йәшәүен дә белә. Өҫтәүенә, 2030 йылға торлаҡ проблемаһы булмаясаҡ, тигән һымағыраҡ та әйтеп ҡуйған.
Мәҡәләлә яҙылғанса, киләһе тиҫтә йылда социаль тармаҡҡа йүнәлтелгән һәр һум «ғәҙеллек эшләһә», бик шәп булыр ине лә. Беҙҙең күбебеҙ бөгөн, ысынлап та, ғәҙелһеҙлек ҡорбаны төҫлө бит. Ә Путин, йәмғиәттең ғәҙел булыуы – был йылдарҙа тотороҡло үҫешебеҙҙең төп шарты, ти. Ышанайыҡмы, йәмәғәт? Әйҙә шулайтайыҡ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
(«Комсомольская правда» гәзитенән).