RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Демократия һәм дәүләттең сифаты

14.02.2012 Демократия һәм дәүләттең сифаты

РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин дүртенсе мәҡәләһен баҫ­тыр­ҙы. яҙма демократияға арнал­ған. Түбәндә уның иң мөһим өлөштәрен бирәбеҙ.

Йәмғиәт дәүләттең эшкә яраҡлылығынан тыш үҫешмәй. Ә ысын демократия − йәмғиәт мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән дәүләт төҙөлөшөнөң бер шарты ул. Демократия ҡыҫҡа ваҡытта ғына барлыҡҡа килә алмай. Халыҡ уны булдырыуға көс һалғанда ғына ул эшләйәсәк.
Беҙ үткән йөҙ йыллыҡтың 90-сы йылдарында анархия менән дә, олигархия менән дә осраштыҡ. «Кем ҡыйыу, шул ашай» тигән принцип та оҙаҡ ҡына йәшәп килде.
Йәмғиәт «өлкәнәйеү»ҙең ауыр ғына процесын үтте. Тап ошо беҙгә илде соҡорҙан тиерлек тартып сығарырға ярҙам итте. Халыҡ үҙаллылығын тергеҙеү – ысын демократия нигеҙе ул.
Бөгөн Дәүләт Думаһына беҙҙең сәйәси һәм партия системаһы үҫеше буйынса байтаҡ тәҡдимдән торған проект ҡарауға индерелгән. Бында партияларҙы теркәүҙе ябайлаштырыу хаҡында һүҙ бара. Беҙгә шундай сәйәси система булдырырға кәрәк: халыҡҡа һөйләргә, улай ғына ла түгел, ә дөрөҫөн әйтергә рөхсәт бирә торған.
Һуңғы ваҡытта беҙ закон проекттарын интернет селтәренә ҡуйып, һәр кемгә тәҡдимдәрен, төҙәтмәләрен әйтергә мөмкинлек бирҙек. Артабан граждандарға үҙҙәренең проекттарын индерергә, ҡануниәтте формалаштырырға ла рөхсәт бирергә кәрәк.
Бөгөн беҙгә Рәсәйҙә иң яҡшы, конкуренцияға һәләтле тормош, ижад, эшҡыуарлыҡ шарттары булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан яңы аң үҫтерергә кәрәк. Дәүләт аппараты эшмәкәрлеге лә ошо логикаға таянып алып барылыр­ға тейеш.
Түбәндәгеләрҙе өҫтөнлөклө йүнәлештәр итеп ҡарайыҡ:
1. Дәүләт сиктәрен аныҡ билдәләү.
2. Алдынғы илдәрҙең дәүләт институттарының иң яҡшы тәжрибәһен үҙләштереү.
3. Дәүләт администраторҙарының – губернатор, мэрҙарҙың дәғүәселеген үҫтереү. Бында идара итеүҙең иң яҡшы алымдарын асыҡлау күҙ уңында тотола.
4. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең яңы төрөнә күсеү. Һәр кеше дәүләт сайттарындағы мәғлүмәттәрҙән, теге йәки был ведомствонан, чиновниктан нимә һәм нисек һорарға икәнен асыҡ аңлар­ға тейеш.
5. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын күтәреү. Чиновниктар халыҡҡа йә эшҡыуарҙарға хеҙмәт күрһәтеү стандарттарын боҙған хәлдә штрафҡа дусар ителә тигән закон ҡабул ителде. Хәҙер ошо юҫыҡта артабан да эш алып барырға. Бер нисә тапҡыр талаптарҙан тайпылған түрә эшенән сығарыла һәм бер нисә йыл дәүләт йә муниципаль хеҙмәткәр булыу хоҡуғынан яҙа.
6. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын айырым профессиональ төркөмдәргә бүлеп түләү системаһын индерергә.
7. Хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса уполномоченныйҙар институтын үҫтереү. Мәҫәлән, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдәр һәр төбәктә эшләргә тейеш.
Ришүәтселеккә килгәндә, был илдә бер ҡасан да милли ҡаҙаныш булманы. Шундай социологик мәғлүмәттәр бар: 90-сы йылдарҙа үҫмерҙәр олигарх булырға хыялланһа, хәҙер күптәр дәүләт чиновнигы карьераһын һайлай. Һуңғыһы еңел һәм тиҙ байыу сығанағы тип ҡабул ителә. Системалы коррупцияны еңеү өсөн власть та, оппозиция ла берҙәй яуап бирергә тейеш. Башҡарма власта, дәүләт корпорациялары етәкселегендә ришүәтселек йәһәтенән хәүефле вазифаларҙы айырып ҡарарға тәҡдим итәм. Етәксе юғары эш хаҡы алырға, шул уҡ ваҡытта ғаилә сығымдарын да асыҡ күрһәтергә әҙер булырға тейеш.
Суд системаһы ла үҫешергә бурыслы. Был тәңгәлдә аныҡ аҙымдарҙың түбәндәгесә булыуы шарт.
Беренсенән, халыҡ өсөн ғәҙел суд булдырыу. Икенсенән, йәмәғәт ойошмаларына үҙ ағзаларын яҡлау хоҡуғы биреү. Мәҫәлән, теге йәки был граждан хоҡуғын яҡлап бер үҙе түгел, ә эре ижтимағи ойошма исеменән губернатор менән судлаша аласаҡ. Өсөнсөнән, суд ултырыштарын интернет аша трансляциялау йә стенографияһын баҫыу мөмкинлеген ҡарау хаҡында уйларға кәрәк. Кемдең нисек эшләгәне шундуҡ күренәсәк. Һәм, дүртенсенән, «суд журналистикаһы»н ҡабаттан тергеҙеү мөһим. Был йәмғиәттең хоҡуҡи проблемалары хаҡында киңерәк фекер алышырға, граждандарҙың хоҡуҡи аңын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Һүҙ һуңында шуны әйтергә теләйем – беҙ аныҡ ҡарарҙар тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы бойомға ашырыу халыҡ власын – демократияны – ысынбарлыҡ итеп, дәүләт эшен дә йәмғиәт мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеүгә йүнәлтәсәк. Ә икеһе бергә иһә Рәсәйҙең тотороҡло һәм уңышлы үҫешенә булышлыҡ итәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә