14.02.2012 Булмағанды булған тип
Ейәнсура районы буйынса полиция бүлексәһенең участка уполномоченныйы ҡорал һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бер иргә штраф һала.
Асылда ғәйепләнеүсенең мылтығы ла, патрондары ла булмай. Өҫтәүенә, ул һуҡыр, беренсе төркөм инвалиды булып сыға. Тәфтишселәр билдәләүенсә, полиция хеҙмәткәре эш һөҙөмтәләре күренһен өсөн протокол яҙған булған.
Хәҙер уға РФ Енәйәт кодексының ике статьяһы – һөнәри этлек һәм үҙ вазифаһын яуыз ниәттә файҙаланғаны өсөн яуап тоторға тура киләсәк. Был факт буйынса тикшереү эштәре дауам итә.