10.02.2012 Көн тәртибендә – ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармағы
8 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың эш төркөмөнөң тәүге ултырышын үткәрҙе. Ул яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләһенә арналды. Ултырыш видеоконференция режимында үтте.
Видеоконференция барышында тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫары Галина Изотова Советҡа әҙерлек буйынса эш төркөмө булдырылыуы һәм уның етәксеһе итеп Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләнеүе хаҡында хәбәр итте.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Волга буйы федераль округы составына инеүсе төбәктәр – Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе иң ҙур төбәктәр иҫәбендә. Илдәге ауыл хужалығы биләмәләренең 13 процентын тәшкил иткән Волга буйы федераль округында ауыл хужалығы продукцияһының дүрттән бер өлөшө етештерелә. Округта 42 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 8 меңдән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй.
– Инвестициялар йәлеп итеүсәнлек буйынса ауыл хужалығы округта нефть эшкәртеү өлкәһенән һуң икенсе урында, — тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Бына нимә ул Волга буйы федераль округындағы ауыл хужалығы. Был өлкәләге хәл һуңғы йылдарҙа тотороҡланып, 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләре бөтөрөлһә лә, әлегә тармаҡтың йылдам үҫешен тәьмин итеп булмай, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, проблемалар тағы ла көсәйәсәк, был шарттарҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр яңы иҡтисади ҡағиҙәләрҙе ҡабул итергә тейеш.
Төбәк башлығы фекеренсә, Совет ултырышында әйтеп үтелгән тәҡдимдәр Рәсәйҙең тиҙҙән ҡабул ителәсәк 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү программаһында сағылыш табырға тейеш.