07.02.2012 Сара күрмәһәң...
Ниһайәт, ябай халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡарамаған юғары власть даирәләрендәге етәкселәр ҙә закон алдында яуап тота башланы.
БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибен боҙған өсөн юғары чиновникҡа штраф һалынған. Прокуратура тикшереүе БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫарының граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау ваҡытын үтәмәүен асыҡлаған. Бынан тыш, хаттарҙы башҡа власть органдарына ебәреү тураһында граждандарға хәбәр ителмәгән. Республика прокуратураһы министр урынбаҫарына административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асҡан. Мирауай судья чиновникты 5 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырған.