RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай ҙа түгел буласаҡ башлығыбыҙ, ярлы ла…

03.02.2012 Бай ҙа түгел буласаҡ башлығыбыҙ, ярлы ла…

Дөйөм алғанда, барыһына ла һуңғы осор­ҙа ғына олигарх булараҡ билдәле Прохоровтан башҡа кандидаттар әллә ни бай ҙа түгел. Үҙҙәре тирәһендәге кешеләр күҙлегенән ҡарағанда. Ябай халыҡҡа иһә «нисауа ғына» мөлкәтле күренәләр.

Беренсе кандидат – ил Хөкүмәте етәксеһе Владимир Путиндың дүрт йылдағы килеме 17 миллион да 734 мең 755 һум булған. Был хеҙмәт хаҡы, банкыларҙағы аҡсаһы проценттары, хәрби пенсия, акцияларҙан килемдәр. Путиндың Мәскәү өлкәһендә мең ярым квадрат метр ере бар, Санкт-Петербургта 77,7 квадрат метрлыҡ фатиры һәм 12 квадрат метрлыҡ гаражы. Быға «Санкт-Петербург» банкыһындағы 230 акцияны ҡушһаң, өс автомобилен (1960, 1965 йылғы «Волга»лар, 2009 йылғы «Лада»), 1987 йылда эшләнгән «Скиф» прицебын да өҫтәһәк, ысынлап та, ярайһы ғына мөлкәт килә лә сыға. Банкылағы иҫәбе – биш миллион да 722 мең һум. ҡатыны Людмила Пути­наның иҫәбендә аҡса күберәк – һигеҙ миллион 352 мең һум. Бынан тыш, Мәскәүҙә майҙаны 153,7 квадрат метр булған фатир бирелгән.
«Ғәҙел Рәсәй» партияһы лидеры Сергей Миронов үрҙә әйтелгән ваҡыт арауығында барлығы 9,16 миллион һум килем алған. Санкт-Петербургта 32 квадрат метр майҙанлы бәләкәй генә фатир хужаһы, YFM 660FWA маркалы прицеплы мотовездеходы бар, иҫәбендә 1,371 миллион һум аҡса ята. Уның ҡатыны Ирина Миронова байыраҡ, буғай. Әлбиттә, дүрт йылдағы килеме өс миллион һумдан саҡ ҡына артыҡ булып, иҫәбендә 600 мең һум самаһы ғына һаҡланһа ла, Санкт-Петербург янында 13 мең квадрат метр участканың арыу ғына өлөшө хужаһы, ике фатиры (54 һәм 251 кв. м), Audi A8L автомобиле, Kawasaki мотовездеходы бар. Мироновтарға Мәс­кәүҙә фатир бирелгән.
Ә бына беҙ сығыштарын «йотлоғоп» тыңлаған тағы бер кандидат Владимир Жириновский 2007 – 2010 йылдарҙа 22,086 миллион һум килем алған. Был сумма эсендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты аҡ­саһы ғына түгел – сәйәсмән Мәскәүҙә дәүләт университеттарында уҡыт­ҡан, мөлкәтен һатҡан, ҡиммәтле ҡағыҙҙар­ҙан дивидендтар алған, өҫтәүенә, лотереяла отҡан (отош күләме билдәһеҙ). «ВТБ» банкыһының 73,5 миллион һумлыҡ акцияһына эйә булһа ла, Владимир Вольфовичтың фатиры (Мәскәүҙәге депутат булараҡ бирелгәнен иҫәпләмәгәндә) юҡ. Уның ҡарауы, хәләл ефете Галина Лебедева Мәскәү өлкәһендә өс йорт, һигеҙ дача һәм бер тиҫтә ер участкаһы, баш ҡалала өс фатир, Mercedes S350 автомобиленә эйә. Үәт, маладис ханым! Аҡсалата килеме лә иренекенән ике тапҡыр күберәк булған – 46, 629 миллион һум. ЛДПР етәксеһенең тормош юлдашы – ике компания хужаһы, тағы ла икәүҙе бүлешә, пенсия ала, акцияларҙан килем килә, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының вирусология буйынса ғилми-тикшеренеү институтында ла эшләргә өлгөрә.
Коммунистар партияһынан күрһәтелгән кандидат Геннадий Зюганов, коммунистарға хас булғанса, байлыҡҡа битараф тиерлек – ул барлыҡ теркәлгән кандидаттар араһында иң ярлыһы. Дүрт йыллыҡ килеме – депутат аҡсаһы, авторлыҡ гонорары, банкыла һаҡланған аҡсаһы проценттары – 7,681 миллион һум. Тағы ла 3,604 миллион һумы банкыла ята. ҡатыны Надежда ханымдың пенсияһы, шулай уҡ банкылағы йыйымы проценттары барлығы 349 мең һум ғына булған. Зюгановтар ғаиләһенең Мәскәүҙә 167 квадрат метрлыҡ фатиры бар.
Михаил Прохоров тура­һында айырым һүҙ. «ОНЭКСИМ» инвестиция төркөмө башлығының, беҙ­ҙеңсәгә ауҙарһаҡ, оли­гархтың милке, «Форбс» журналы биргән мәғлүмәт буйынса, 18 миллиард доллар менән иҫәпләнә. Шуныһы бар – Прохоровтың автомобиле юҡ. Тормош юлдашы ла юҡ. Рәсми килемдәрен һанаһаҡ, һуңғы дүрт йылда 115 миллиард һум эшләгәнен күрәбеҙ. «Норильск никеле», «Рус пионеры» йәмғиәттәрендә, «Шереметьево» аэропортында эшләп алған һумдар ҙа ошо иҫәпкә инә. Дивидендтар, банкылағы аҡса проценттары, заемдарҙы кире ҡайтарыу һ.б. – һанай китһәң, оҙон исемлек хасил була. Про­хоровтың ер участкалары, фатирҙары, йорттары, гараждары әллә ҡайҙарға һибелгәндер әле.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә