03.02.2012 Башҡортостан Хөкүмәтенә – «Йәшел аҙна – 2012» призы
20 ғинуарҙан 29-ына тиклем Берлинда үткән «Йәшел аҙна – 2012» күргәҙмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы унда ҡуйылған продукцияның киң ассортименты һәм юғары сифаты өсөн махсус приз менән бүләкләнде.
«Йәшел аҙна» миҙалына күргәҙмәгә 150-нән ашыу продукцияһын ҡуйған «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, продукцияһының 35 төрөн ҡуйған «Башспирт», «Бәләбәй һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы лайыҡ булды.
Республика предприятиелары, юғары наградаларға лайыҡ булыуҙан тыш, үҙ продукцияһын Европа баҙарҙарына поставкалау буйынса килешеү ҙә төҙөнө.
Республиканың рәсми делегацияһы Германияның алдынғы хужалыҡтарына экскурсияға ла барҙы.