03.02.2012 Өфө полицияһында – яңы начальник
РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының яңы начальнигы итеп полиция полковнигы Сергей Иванович Сергеев тәғәйенләнде.
Сергей Сергеев 1969 йылда ҡурған өлкәһендә тыуған. Ырымбур юғары хәрби зенит-ракета команда училищеһын тамамлаған. Аҙаҡ Осетия-Грузия конфликты зонаһында хеҙмәт иткән. Эске эштәр органдарында 1993 йылдан эшләй. Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса подразделениеның оперуполномоченныйы дәрәжәһенән ҡурған өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы оператив часы начальнигы дәрәжәһенә тиклем үҫкән. 2008 йылда Карелия буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәткә ҡаршы көрәш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
2009 йылдан – идаралыҡ начальнигы. 2010 йылдан – Карелия буйынса эске эштәр министрының иҡтисади именлек буйынса урынбаҫары. 2011 йылдың сентябренән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына эшкә күсерелгән – унда ул Именлек хеҙмәте идаралығының оператив-эҙләү часын етәкләгән.